Обычный вид

Яңылыҡтар

22.05.2018 12:22:00

«Өфөоргсинтез»да изопропилбензол етештереү ҡоролмаһы сафҡа индерелде

22 майҙа Өфөлә «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте изопропилбензол (кумол) етештереү ҡоролмаһын яңыртыу буйынса инвестиция проектын тамамланы. Уның эшенә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы буйынса вице-президенты Александр Романов һәм «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Заруцкий старт бирҙе.

Изопропилбензол фенол һәм ацетон етештереүҙә аралаш продукт булып тора, улар үҙ сиратында буяуҙар, иреткестәр, автомобиль, электр техникаһы сәнәғәтендә, шулай уҡ төрөү материалдарында, медицинала һәм фармакологияла ҡулланылған төрлө полимерҙар әҙерләүҙә сеймал булып хеҙмәт итә.

Бынан алдағы изопропилбензол етештереү ҡулайламаһы 1978 йылда төҙөлгән һәм һөҙөмтәлелек, сәнәғәт, экологик хәүефһеҙлек буйынса заманса талаптарға яуап бирмәгән. Төҙөкләндереү 2016 йылда башланды. Проектҡа 1,88 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән.  

Яңыртыу ҡулайламаның етештереүсәнлеген арттырырға һәм изопропилбензол сығарыуҙы йылына 170 мең тоннаға тиклем еткерергә мөмкинлек бирҙе. Яңы технологик процесс хәүефһеҙ, экологик яҡтан таҙа етештереүҙе тәьмин итә, сеймал һәм энергоресурс сығымын кәметә. Рәсәйҙә бындай технология тәүге тапҡыр ҡулланылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, изопропилбензол (кумол) етештереү ҡулайламаһын яңыртыу республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә ине.

– «Башнефть» һәм «Роснефть» –  күләмле инвестиция программаһын алып бара. Бәлки, бөгөнгөһө иң күләмле проект түгелдер. Шуға ҡарамаҫтан, инвестициялар 2 миллиард һумға тиерлек етте. Был байтаҡ. Артабан предприятиены яңыртыу, төҙөкләндереү буйынса пландар бик ҙур һәм әһәмиәтле, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙе ошо матур, мөһим ваҡиға менән ҡотлайым. «Башнефть», «Роснефть» етәкселәренә, предприятие коллективына, һеҙгә, хөрмәтле дуҫтар, эшегеҙҙе тиҙ, сифатлы башҡарғанығыҙ һәм төҙөлөш буйынса яңы пландар ҡороуығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Афарин! Артабан да шулай булһын!

Уҙған йылда «Башнефть» компанияһында хаҡы яҡынса 12 миллиард һумлыҡ таҙартыу ҡоролмалары индерелде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. Әлеге ваҡытта «Өфөоргсинтез»да яңы производстволар төҙөү һәм булғандарын яңыртыу пландары бар.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter