Обычный вид

Яңылыҡтар

17.05.2018 21:22:00

«ЭкоНива» агрохолдингы президенты Штефан Дюрр менән эшлекле осрашыу

17 майҙа республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ЭкоНива» агрохолдингы президенты Штефан Дюрр менән осрашты. Яҡтар агрохолдингтың төбәктә һөт малсылығы өлкәһендәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу юлдарын тикшерҙе.

Осрашыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, «Төньяҡ нива» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры (Ырымбур өлкәһе) Пётр Дубянский, шулай уҡ Бишбүләк, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондарының хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.

Башҡортостан – Рәсәйҙә һөт, ит, иген, асыҡ һәм ябыҡ тупраҡта йәшелсә етештереү, шулай уҡ эре мөгөҙлө мал башы буйынса алдынғы урындарҙы биләгән ауыл хужалығы төбәге, тип билдәләне республика Башлығы.

— Бер һүҙ менән генә әйткәндә, беҙҙә ярайһы уҡ яҡшы, ҙур ауыл хужалығы. Продукция күләме – яҡынса 160-170 миллиард һум. Ул Рәсәй Федерацияһында алтынсы-етенсе урын, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ алдағы урындарҙа, тәүге бишәүҙә булырға  теләйбеҙ. Хәҙер ауыл хужалығын үҙгәртеп ҡороуҙы, яңыртыуҙы башлайбыҙ. Беҙгә күләмле предприятиелар кәрәк. Бөгөн беҙ яңы һулыш бирә, ауыл хужалығын үҫтереүгә яңы алымдар ҡуллана алған  инвесторҙар эҙләйбеҙ.

Республика компанияға бөтә йүнәлештәр буйынса, шул иҫәптән инфраструктура төҙөлөшө, ҡорамалдар һатып алыуҙы субсидиялау йәһәтенән булышлыҡ итәсәген гарантиялай, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Был нигеҙҙәрҙән сығып, инвестиция эшмәкәрлеге тураһында килешеү төҙөп, унда Һеҙгә ҡарата пландарҙы, төҙөлөш, күләмдәр буйынса һеҙҙең ваҡытты яҙып, атап әйткәндә, алдағы өс-биш йылға эшмәкәрлекте һүрәтләй алыр инек, – тип тәҡдим итте Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә эшләргә килеүегеҙ менән бик ҡыҙыҡһынабыҙ, ҡулдан килгәнсе ярҙам итербеҙ.

Штефан Дюрр «Эко Нива»ның Воронеж, Новосибирск, Курск, Калуга, Төмән, Рязань, Ырымбур өлкәләрендә уңышлы эшләүен һөйләне. Агрохолдингтағы ауыл хужалыҡтарының дөйөм майҙаны 360 мең гектар самаһы тәшкил итә. Компания тәүлегенә 1 250 тонна йәки йылына 500 мең тонна самаһы һөт етештерә. Киләсәккә пландар – 2021 йылға йылына 1,5 миллион тонна кимәленә сығыу, Рәсәйҙә һөт етештереүҙе 10 процентҡа тиерлек тәьмин итеү.

«Эко Нива»ла 16 малсылыҡ комплексы эшләй, тағы дүртәүһе файҙаланыуға тапшырылырға әҙерләнә. Бынан тыш, тағы 10 комплекс төҙөлә башлаған, улар 2017 йылдың аҙағына – 2018 йылдың башына тамамлана.

— Башҡортостанда дөйөм 6 мең башлыҡ шундай ике-өс комплекс төҙөргә була. 2 800 башҡа иҫәпләнгән бер комплекстың хаҡы яҡынса 2 миллиард һум тәшкил итәсәк. Һеҙҙә яҡшы баҙар шарртары, бөтә Волга буйын тәьмин итергә мөмкин. Бында етештерелгән һөт Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән һөт эшкәртеүселәр өсөн яҡшы сеймал буласаҡ, – тип билдәләне Штефан Дюрр. – Мин танышҡан кешеләр – яҡшы команда.

Белешмә өсөн:

 «ЭкоНива» Рәсәй-Германия компаниялар төркөмө 1994 йылда ойошторолған. Бөгөн уға тәьмин итеү һәм ауыл хужалығы техникаларын хеҙмәтләндереү менән шөғөләнеүсе «ЭкоНиваТехника-Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм агроетештереү менән шөғөлләнеүсе «ЭкоНива-АПК Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инә. Һөт һәм ит малсылығы, үҫемлекселек һәм орлоҡсолоҡ агрохолдинг эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып тора. 2018 йылда Башҡортостанда компанияның бүлендек предприятиеһы – «Башҡортостандың төньяҡ ниваһы» теркәлгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter