Обычный вид

Яңылыҡтар

17.05.2018 13:02:00

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығын Юрий Серышев етәкләне

17 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Юрий Серышев менән осрашты. Быға тиклем ул Федераль именлек хеҙмәтенең Ингушетия Республикаһы һәм Әстрәхан өлкәһе буйынса идаралығында етәксеһе вазифаһында эшләгән.

Яңы етәксе менән Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең кадрҙар идаралығы начальнигы Александр Котов таныштырҙы.

Шулай уҡ осрашыуҙа быға тиклем Федераль именлек хеҙмәтенең республика буйынса идаралығын етәкләгән Олег Гайденко ҡатнашты. Әлеге ваҡытта ул Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте директоры урынбаҫары – Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы хеҙмәте идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Башҡортостан Башлығы Олег Гайденкоға хеҙмәте өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм яңы вазифала уңыштар теләне.

Яҡтар республикала именлекте тәьмин итеү мәсьәләләре һәм бурыстары буйынса фекер алышты.        

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter