Обычный вид

Яңылыҡтар

14.05.2018 16:29:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының яңы май Указын ғәмәлгә ашырыу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

14 майҙа республика Хөкүмәте Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының 2018 йылдың 7 майындағы «Рәсәй Федерацияһының 2024 йылғы осорға тиклемге үҫешенең стратегик бурыстары һәм милли маҡсаттары тураһында»ғы 204-се Указын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. 

Документ мартта Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәлә яңғыраған положениеларҙы аныҡлай, норматив яҡтан нығыта һәм дәүләт башлығының социаль йүнәлешле сәйәсәтен дауам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Указ фәнни-технологик һәм социаль-иҡтисади үҫеште тәьмин итеү, илдә һәм төбәктәрҙә демографик хәлде, йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн нигеҙ булып тора.

– Указдың төп маҡсатына туҡталғанда, алты йыл эсендә ил барлыҡ йүнәлештәр буйынса алға китергә, тәрән ғилми нигеҙләүҙе талап иткән тармаҡтарҙы үҫтереүгә, һанлы формаға күсеүгә, юғары етештереүсәнлекле эш урындары булдырыуға, заманса кадрҙар әҙерләүгә, уңайлы эшлекле мөхит булдырыуға таянып, донъялағы ҙур биш иҡтисад иҫәбенә инергә тейеш, –  тине Рөстәм Хәмитов. – Тимәк, Рәсәй иҡтисады йыл һайын донъялағы уртаса үҫеш темптарын уҙып китергә бурыслы.

Кәңәшмә барышында Указдың һаулыҡ һаҡлау һәм демография, мәғариф һәм фән, торлаҡ һәм ҡала мөхите, юл инфраструктураһын үҫтереү кеүек мөһим йүнәлештәре тикшерелде. 2024 йылға тиклем ошо тармаҡтарҙы үҫтереү күрһәткестәре һәм маҡсатлы йүнәлештәре, республикала уларҙы системалы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле саралар ҡаралды.

Республика Башлығы әйтеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәтенә һуңғы ваҡытта ҡабул ителгән пландарҙы яңынан ҡарау, шул иҫәптән ил Президенты Указында билдәләнгән милли үҫеш маҡсаттарын, йүнәлештәрҙе һәм күрһәткестәрҙе иҫәпкә алып, 2030 йылға тиклемге Стратегияға, тармаҡлы дәүләт программаларына, Республика адреслы инвестиция программаһына төҙәтмәләр индерә башлау зарур. 2024 йылға ҡәҙәр республика дәүләт программаларына һалынған күрһәткестәр һәм саралар ҙа ошо йәһәттән тикшерелергә тейеш. Шулай уҡ талап ителгән ресурстар күләмен иҫәпләргә, финанслау сығанаҡтарын билдәләргә кәрәк.

– Бер-береһен ҡабатлаған документтарҙан ситләшеү өсөн Хөкүмәткә тейешле тармаҡ, муниципаль, ҡала пландарын, уларҙы бойомға ашырыу механизмдарын һәм кәрәкле ресурстар менән тәьмин итеүҙе үҙ эсенә алған эштәр комплексын ойоштороу буйынса берҙәм республика саралар планын әҙерләү бурысын йөкмәтәм, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, ошо эшкә ҙур, урта, кесе эшҡыуарлыҡты, Сауҙа-сәнәғәт палатаһын, йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итергә һәм ошо йәһәттән берҙәм эш итергә кәрәк. Беҙгә тиҙ арала Рәсәй Хөкүмәтенә Указда билдәләнгән йүнәлештәр буйынса милли программалар әҙерләү тәҡдимдәрен күрһәтеү зарур. 

Эшҡыуарлыҡ берләшмәһе, федераль башҡарма власть структураларының төбәк бүлексәләре, муниципалитеттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән ил Президентының май Указын тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында айырым кәңәшмәләр уҙғарыу мөһим, тип билдәләне республика Башлығы.

– Бында эш һандарҙа йәки күрһәткестәрҙә түгел. Халыҡ йәшәүҙең ысынлап та яҡшырыуын: хеҙмәт хаҡы артыуын, торлаҡтың арзанайыуын, юлдар сифатының, йәшәү мөхитенең, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау менән бәйле хәлдең яҡшырыуын күрергә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хөрмәтле коллегалар, алда күләмле, ҙур эш тора. Ул көстө, ресурсты, финансты туплауҙы талап итә. Һис шикһеҙ, ошо эшмәкәрлеккә хәҙерҙән үк тотонорға тейешбеҙ. Яйға һалынған, көсөргәнешле хеҙмәт менән генә һөҙөмтәгә ирешә алырбыҙ.    

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter