Обычный вид

Яңылыҡтар

13.05.2018 20:44:00

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсыларын һәм етәкселеген миҙгелде уңышлы тамамлауҙары менән ҡотланы

13 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсыларын, тренерҙар штабын һәм етәкселеген миҙгелде уңышлы тамамлауҙары менән ҡотланы.

Бөгөн  Рәсәй Премьер-лигаһының һуңғы 30-сы турында «Өфө» футбол клубы «Тосно»ны (Ленинград өлкәһе) 5:0 иҫәбе менән еңеп, йомғаҡлау турнир таблицаһында алтынсы урын яуланы һәм Европа лигаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Был клуб тарихында иң яҡшы һөҙөмтә.

Матчтан һуң Рөстәм Хәмитов уйынсыларҙы  миҙгел дауамында күрһәткән яҡшы уйын өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Егеттәр, һеҙ бөгөн республика һәм ҡала өсөн ҙур эш эшләнегеҙ. Барығыҙға ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Афарин! Эш алтынсы урын алыуығыҙҙа ғына түгел, бәлки, быйыл Европа лигаһына ла сығырһығыҙ һәм унда уйнарһығыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. –Һеҙ бөтә клубтар менән бер тиң уйнанығыҙ. Һеҙҙә 11 еңеү, 10 тигеҙ иҫәп һәм ни бары 9 еңелеү – улар хаҡында һөйләп тормайбыҙ. Һеҙ бөгөн яңы һөҙөмтә күрһәттегеҙ – 5:0. Һис шикһеҙ, республика һәр саҡ һеҙҙең менән. Беҙ һәр саҡ ярҙам итербеҙ һәм бергә алға барырбыҙ.

Шулай уҡ уйын тамамланғандан һуң төбәк етәксеһе команда һәм көйәрмәндәр менән бергә «Краснодар» клубына күсеүсе Дмитрий Стоцкий һәм һөнәри карьераһын тамамлаусы Николай Сафрониди менән хушлашты. Республика Башлығы уларға иҫтәлеккә клубтың сувенир футболкаларын тапшырҙы.

Журналистар менән әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов клубтың уңышы бөтә Башҡортостан халҡы өсөн мөһим булыуын билдәләне.

— Бөгөн ошо иҫ киткес уңышҡа күп кеше ҡыуанғандыр тип уйлайым. Күп дәлилдәр буйынса, беҙҙең клуб Европа лигаһына эләгә. Ул – яңы аҙым һәм яңы мөмкинлектәр, – тине төбәк етәксеһе. – Ошо проекттың үҫешеүе һәм яҡшы һөҙөмтәләр булыуы менән ҡәнәғәтбеҙ, әлбиттә. Шулай итеп, бөтә көйәрмәндәрҙе һәм башҡаларҙы матур еңеү менән ҡотлайым. Ул – республикабыҙ, ҡалабыҙ өсөн алға табан  ҙур аҙым.

Уның әйтеүенсә, миҙгел башында бер кем дә команданың чемпионатты уңышлы тамамлауын күҙ алдына ла килтерә алманы.

— Рәсәйҙә алтынсы урын – ул бик яҡшы, лайыҡлы. Был еңеү уйынсыларҙың, тренерҙарҙың, көйәрмәндәрҙең, әлбиттә, команданың тормошон оҙатыусыларҙың барыһының да дөйөм уңышы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күрәһегеҙме, бындай бюджет менән алтынсы урын – бик яҡшы тип уйлайым. Тимәк, «хаҡ – сифат» критерийы буйынса беҙҙең команда – Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыһы.

Республика Башлығы яңы миҙгелгә клубҡа яңы «етди, көслө, ныҡлы» уйынсылар хаҡында уйланыу кәрәклеген билдәләне. Шуның менән бергә командала чемпионлыҡҡа теләк тыуҙырыу әлегә күҙалланмай.

— Чемпионлыҡҡа теләк уятыу иртә әле, ә миҙалдар хаҡында уйланырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter