Обычный вид

Яңылыҡтар

09.05.2018 14:38:00

Рөстәм Хәмитов «Үлемһеҙ полк»та ҡатнашты

9 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Үлемһеҙ полк» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһында ҡатнашты.

Республика етәксеһе колоннала олатаһының портретын тотоп үтте. Сөнәғәтулла Исмәғил улы Измайлов 1941 йылда һуғышҡа киткән. Ленинград фронтында йәйәүле ғәскәрҙә һуғышҡан. Миҙалдар менән бүләкләнгән. 1943 йылда йәрәхәтләнгән, өйгә инвалид булып ҡайтҡан.

Башҡортостан «Үлемһеҙ полк» акцияһына бишенсе тапҡыр ҡушылды. Тиҫтәләгән мең республика халҡы туғандарының – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм ветерандарҙың фотоларын тотоп, колонна менән Дәүләт циркынан Дан бульварына тиклем Октябрь проспекты буйлап атлап үтте.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter