Обычный вид

Яңылыҡтар

07.05.2018 15:24:00

Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһын ҡабул итте

7 майҙа Мәскәүҙә Ҙур Кремль һарайында Владимир Путиндың рәсми рәүештә Рәсәй Президенты вазифаһын ҡабул итеүгә арналған тантана үтте.

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 82-се статьяһына ярашлы, Владимир Путин Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Рәсәй Федерацияһының Конституция Суды судьялары ҡатнашлығында Рәсәй халҡына ант бирҙе. Конституция Суды Рәйесе Валерий Зорькин Владимир Путиндың рәсми рәүештә Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһын ҡабул итеүе хаҡында хәбәр итте.

Тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter