Обычный вид

Яңылыҡтар

05.05.2018 17:02:00

Миәкә районына эш сәфәре

5 майҙа Миәкә районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сәсеү кампанияһы барышы менән танышты, етештереү, социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡараны, муниципалитет етәкселеге һәм эшҡыуарҙар менән биләмәне үҫтереү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

***

 «Маяҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Нива» ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуҙарында республика етәксеһе сәсеү кампанияһы барышы менән танышты.

«Маяҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Тажетдинов әйтеүенсә, дөйөм һөрөлгән ер майҙаны 7,7 мең гектар тәшкил итә, шул иҫәптән 540 гектар самаһы ужым культураларына тура килә. Бөгөн игенселәр бөртөклөләрҙе, ә йома көнбағышты сәсә башланы. Техника яҙғы баҫыу эштәренә әҙер. Агропредприятие сәсеүҙе ете-һигеҙ көндә тамамларға ниәтләй.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, быйыл сәсеү майҙандарының структураһы юғары маржиналь культураларҙы арттырыу яғына бер аҙ үҙгәрҙе. Миәкә районында уҙасаҡ  Баҫыу көндәренең береһендә республика хужалыҡтары етәкселәренә агропроизводствоны диверсификациялау мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн 200-ләгән культура төрө тәҡдим ителәсәк.

Рөстәм Хәмитов аграрийҙар менән аралашты, техника әҙерлеге, кадрҙар тәьминәте менән ҡыҙыҡһынды, агропредприятие етәкселәре менән малсылыҡ йүнәлешендәге үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Һүҙ ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү һәм үҫтереү хаҡында ла барҙы. Район башлығы Ришат Аҡтуғанов хәбәр итеүенсә, Кожай-Семёновка ауыл советында фелдьшер-акушерлыҡ пунктын асыу күҙаллана. Ә яңы күп функциялы ауыл мәҙәниәт йортон төҙөүгә өҫтәмә финанслау талап ителә. Ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен республика Хөкүмәте ҡараясаҡ, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

***

Ҡырғыҙ-Миәкәлә төбәк Башлығы 2-се һанлы мәктәптә булды. 2015-2017 йылдарҙа унда республика бюджеты иҫәбенә капиталь ремонт эштәре башҡарылған: ҡыйығы, тәҙрәләре, ишектәре, йылытыу системаһы яңыртылған. Уның өсөн 14 млн һум йәлеп ителгән. Бынан тыш, белем биреү учреждениеһының материаль базаһы нығытылған.

Әлеге ваҡытта унда беренсе сменаға 415 бала уҡый.

Рөстәм Хәмитов башланғыс белем биреү кластарын, спортзалды, китапхананы, мәктәп музейын, ашхананы ҡараны. Информатика бүлмәһендә республика Башлығы интернет тиҙлеге менән ҡыҙыҡһынды һәм яҡын арала Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәре юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителәсәге хаҡында хәбәр итте.

Директор Владимир Дедух әйтеүенсә, мәктәптең үҙ стоматология кабинеты, тракторы һәм баҡсаһы бар. Йәйге миҙгелдә белем биреү йортонда балалар лагеры эшләй.

— Афарин! Барыһын яҡшы эшләгәнһегеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов ремонт эштәрен баһалап.

***

Ҡырғыҙ-Миәкәлә төҙөлгән яңы биҫтәлә Башҡортостан Башлығы 2015 йылда эшләй башлаған 5-се балалар баҡсаһын ҡараны. Бөгөн унда алты төркөмдә 120 бала тәрбиәләнә. Биләмә хужалыҡ һәм уйын зоналарына бүленгән. Тәбиғәт үҙгәрештәрен күҙәтеү маҡсатында балалар өсөн метеоүҙәк булдырылған.

— Күркәм балалар баҡсаһы. Иң мөһиме – һеҙ ҡәнәғәт, - тине республика етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов биҫтәне үҫтереү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Район башлығы Ришат Аҡтуғанов хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта төҙөлөш өсөн 770 ер участкаһы әҙерләнгән. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, был осраҡта тағы бер мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.

***

Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитеттың эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән осрашты.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар биләмәләрҙе төҙөкләндереү, ауыл хужалығын үҫтереү, уңайлы агроетештереү структураһын булдырыу мәсьәләләрен, агросәнәғәт комплексын төрлө субсидиялау механизмдарын тикшерҙе.

Федераль һәм республика кимәлендә ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы программалары хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Рөстәм Хәмитов кооператив хәрәкәтен үҫтереү мөһимлеген айырым билдәләне.

— Беҙ кешеләр бергә эшләп, әҙер продукция сығарһын, уны һатыу менән шөғөлләнһен өсөн уларҙы берләштерергә теләйбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Республикала 600 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар, уларҙың һәр ҡайһыһында иң күбендә 300-400 мең һумға продукция етештерелә. Өс-биш ныҡлы хужалыҡты берләштергәндә, улар 1,5-2 миллион һум эшләй ала. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Нисек эшләйбеҙ, шундай һөҙөмтә алабыҙ.

Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе Илдус Ғүмәров 2010 йылда фекерҙәштәр төркөмө менән бергә кооператив төҙөүе хаҡында һөйләне. Улар «Башҡортостандың баллы байлығы» исеме аҫтында бал һәм башҡа продукция етешерә. Ул Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә һорау менән ҡуллана. Әммә ғәмәлдәге кооперативтарға ярҙам саралары умартасылыҡ йүнәлешендәге эштең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмай. Эшҡыуар уларҙы ҡайтанан ҡарау мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.

Миәкә балыҡ компанияһының генераль директоры Рауил Моратшин урындағы эшҡыуарҙарға Башҡортостанда эшләүсе ҙур сауҙа селтәрҙәрендә республика продукцияһы тәҡдим ителһен өсөн уларға инеү ауырлығы хаҡында һөйләне.

— Был элекке, киҫкен тема. Бер яҡтан, ошо селтәр етәкселәре беҙҙең продукцияны ҡабул итергә әҙер булыуҙары, махсус урын бүлеүҙәре, әммә тәьмин итеүселәр йәнәһе лә кәрәкле сифат һәм тапшырма ритмлылығын тәьмин итә алмауы тураһында һөйләй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ул мәсьәлә республикала ғына түгел, бөтөн ил буйынса бар. Селтәрҙәрҙең баҫым яһауы – ғәйәт ҙур. Улар баҙарҙан беҙҙең етештереүселәрҙе ҡыҫырыҡлап сығара, бәләкәй магазиндар ябыла. Бөгөнгө көнгә ғәмәлдәге селтәрҙәр – иҡтисад үҫеше өсөн кәртә.

Эшҡыуарҙар менән осрашыуҙан һуң республика Башлығы федераль сауҙа селтәрҙәренең магазинына инде һәм урындағы продукция барлығы менән ҡыҙыҡһынды, әммә кәштәләрҙә улар булманы.

Төбәк етәксеһе әңгәмә барышында күтәрелгән дәүләт ярҙамы механизмдарын камиллаштырыу һәм республика тауарҙарын алға ебәреү темалары айырым кәңәшмәләрҙә, шул иҫәптән төбәк сауҙа селтәрҙәре вәкиллектәре етәкселәре ҡатнашлығында тикшереләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter