Обычный вид

Яңылыҡтар

04.05.2018 17:39:00

Рөстәм Хәмитов «Һаҡсыл хөкүмәт» проекты буйынса координация советы ултырышын үткәрҙе

4 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә «Һаҡсыл хөкүмәт» пилот проектын тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ултырышын үткәрҙе.

– Беҙҙә 14 дәүләт власы органы ошо проектты бойомға ашыра башланы. Тәүге ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар, – тине республика етәксеһе. – Ләкин графиктан ҡалышыу осраҡтары ла теркәлә.

 

Проект офисы етәксеһе, Башҡортостан Башлығының эштәр идарасыһы Ринат Шәғәлин «Һаҡсыл хөкүмәт» пилот проектын тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы үтәлеше тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, бөгөнгә ойоштороу эштәре тамамланған. Проектта ҡатнашҡан барлыҡ дәүләт органдары юл карталарын, уларҙы ғәмәлгә ашырыуҙың планы раҫлаған. Бөтә кәрәкле материалдар урынлаштырылған берҙәм мәғлүмәт порталы булдырылған. Министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәренән, мөрәжәғәт иткән кешеләрҙән мәсьәләләр һәм тәҡдимдәр йыйыу ойошторолған.

– Документтарҙы оҙаҡ ҡарау, граждандарға аңлайышһыҙ, формаль, ҡайһы берҙә уларҙы практикала ҡулланырға мөмкинлек бирмәгән яуаптар – барлыҡ власть органдарына ла тиерлек хас проблема, – тип билдәләне Ринат Шәғәлин. – Граждандар дәүләт идараһы һөҙөмтәлелеген тап ошо эш буйынса баһалай.

Мәсьәләне хәл итеү өсөн власть органдарына ҡағыҙ, электрон төрҙә, шулай уҡ телефон аша килгән мөрәжәғәттәр менән эшләү буйынса берҙәм хеҙмәт булдырырға тәҡдим ителә.

Граждандарға уңайлы булһын өсөн берҙәм телефон номеры индерелә, уның буйынса шылтыратып, мөрәжәғәтте ҡарау барышы йәки ҡыҙыҡһындырған мәсьәлә буйынса башҡа консультация алырға мөмкин.

Бынан тыш, «Башҡортостан Республикаһы власть органдарының электрон ҡабул итеү» порталында йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар урынлаштырырға тәҡдим ителә. Граждандарҙың мөрәжәғәттәр базаһын анализлау нигеҙендә республикала йәшәүселәр өсөн аңлайышлы ҡулланмалар әҙерләү күҙаллана.

Икенсе ярты йыллыҡтан муниципаль кимәлдә лә һаҡсыл етештереү принциптарын индереү буйынса эш ойоштороу ҡаралған. Чиновниктарҙың профессиональ белемен күтәреү өсөн Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының һөнәри компетенциялар үҙәгендә уҡыу үҙәге асыла.

Рөстәм Хәмитов яңғыраған тәҡдимдәрҙе хупланы. Ултырыш йомғаҡтары буйынса ул министрлыҡтарға һәм ведомстволарға аныҡ күрһәтмәләр, уларҙы үтәү ваҡыты яҙылған протоколға ҡул ҡуйҙы.

Белешмә өсөн:

«Һаҡсыл хөкүмәт» федераль пилот проекты «Росатом» дәүләт корпорацияһы булышлығында әҙерләнгән. Ул һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы кәметеү нигеҙендә етештереү процестарын оптималләштереүгә, һаҡсыл етештереү мәҙәниәтен булдырыуға һәм башҡарма дәүләт власы органдарында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостандан тыш, проектта Адыгей, Төньяҡ Осетия – Алания, Киров һәм Рязань өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы ҡатнаша.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter