Обычный вид

Яңылыҡтар

27.04.2018 23:57:00

Өфөлә Илдар Абдразаковтың I Халыҡ-ара музыка фестивале тамамланды

27 апрелдә Өфөлә Илдар Абдразаковтың I Халыҡ-ара музыка фестивале гала-концерт менән тамамланды.

Фестивалдең гала-концертын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡараны. Тамаша аҙағында ул Илдар Абдразаковты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

— Был, ысынлап та, лайыҡлы награда,  –  тине Рөстәм Хәмитов. – Илдар Әмир улы республика өсөн бик күпте эшләй. Донъялағы иң көслө һәм һоҡланғыс тауыш. Беҙ һеҙҙең булыуығыҙ менән ғорурланабыҙ һәм бәхетлебеҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә!

— Ҙур рәхмәт, был артабан эшләү, башланған эште дауам итеү өсөн стимул булып тора. Башланғыс һалынған, нигеҙ бар, — тине Илдар Абдразаҡов.

Төбәк Башлығы Сергей Скороходовҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем тапшырылыуы хаҡында ла хәбәр итте.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter