Обычный вид

Яңылыҡтар

27.04.2018 22:57:00

Башҡортостандың профсоюздар активы менән осрашыу

27 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың профсоюздар активы менән осрашты. Унда профсоюздарҙың предприятие етәкселеге менән үҙ-ара эшмәкәрлеге, хеҙмәт ҡануниәте үтәлеше мәсьәләләре тикшерелде.

— Хеҙмәт баҙарын үҫтереү, эшселәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау, шул иҫәптән ваҡытында эш хаҡын түләү, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү, лайыҡлы һәм хәүефһеҙ эш шарттары булдырыу – был бөтә беҙҙең дөйөм ихтыяжыбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Республиканың иҡтисадта, социаль өлкәлә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүендә, әлбиттә, профсоюздарҙың ҡаҙанышы ла бәләкәй түгел. Беҙҙә эшһеҙлек менән бәйле һорауҙар ҙа бөгөн элеккегә ҡарағанда яҡшыраҡ. Эш хаҡы үҫеше өлкәһендә динамика бар.

Башҡортостан уртаса эш хаҡы буйынса айына 30 мең һум сиген уҙҙы, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Республика эш хаҡын иң түбән хеҙмәт хаҡы күләменә ҡарата арттырыу йәһәтенән федераль үҙәк билдәләгән бөтә шарттарҙы тәьмин итә. Атап әйткәндә, 1 майҙан иң түбән хеҙмәт хаҡы күләме йәшәү минимумына тиңләштерелә. Урал коэффициентын иҫәпкә алғанда Башҡортостанда был сумма 12 838 һум тәшкил итәсәк һәм ул 33 меңгә яҡын кешегә ҡағыласаҡ. Был маҡсатҡа бюджеттан 1,3 миллиард һум бүленгән.

Рәсәй Президентының майҙағы указдарында билдәләнгән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн эш хаҡы үҫеше буйынса маҡсатлы күрһәткестәр үтәлгән. 34 меңгә яҡын кешенең хеҙмәт мөнәсәбәттәре законлаштырылған. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында – икенсе һәм илдә етенсе урында тора.

Быйыл дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын дүрт процентҡа арттырыуға республика ҡаҙнаһынан 8,8 миллиард һум бүленгән. Ул 232 мең кешегә ҡағыласаҡ.

Президенттың майҙағы указдарына ярашлы хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы үҫешенең маҡсатлы күрһәткестәренә ирешеү өсөн 5 миллиард һумдан ашыу бүленгән. Ул мотлаҡ медицина страховкалау системаһында ҡатнашыусыларҙы иҫәпкә алмағанда яҡынса 100 мең кеше.

— Граждандарҙың ихтыяждары ла, власть структураларынан, шул иҫәптән, әлбиттә, профсоюздарҙан көтөүҙәре лә үҫә. Беҙҙең граждандар ваҡытында эш хаҡын түләүҙе генә талап итмәй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Уларҙың уңайлы мөхиттә, төҙөкләндерелгән, уңайлыҡтары, яҡшы инфраструктураһы, социаль шарттары булған ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәгеһе килә. Ул объектив процесс. Беҙ XXI быуатта йәшәйбеҙ. Беҙ шул ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерер өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Республиканың мөмкинлектәре бәләкәй түгел. Һис шикһеҙ, үҙебеҙгә алған йөкләмәләрҙе тулы күләмдә башҡарырбыҙ.

***

Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе Марат Хөсәйенов республика предприятиеларында профсоюз инспекторҙары һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса вәкилдәр уҙғарған тикшереү һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.

— Һеҙҙең бурыс – хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау. Профсоюздар был мәсьәләрҙә, бер һүҙһеҙ, төп ролде биләргә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Миңә бик күп яҙалар, йылына 12-14 мең мөрәжәғәт алам. Ул йыйылған кире потенциалдың ярайһы уҡ ҙур булыуы тураһында һөйләй. Ул иң тәүҙә эш менән бәйле: эш хаҡы, хеҙмәт шарттары, кешеләрҙе эштән ҡыуалар, уларҙың артабан йәшәргә мөмкинлектәре юҡ. Беҙгә кеше мәнфәғәтен яҡлаған профсоюздар кәрәк. Халыҡҡа тикшереүҙәр иҫәбе хаҡында һөйләһәк, улар беҙҙе аңламаясаҡ. Был абстракт әйберҙәр. Ысын эштәр бер аҙ башҡа йүнәлештә ята. Әйҙәгеҙ, шунан сығып эш итәйек.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, осрашыу йомғаҡтары буйынса республика Хөкүмәтенә тейешле күрһәтмәләр әҙерләнәсәк, ә тикшерелгән һорауҙар махсус кәңәшмәләр темаһы буласаҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter