Обычный вид

Яңылыҡтар

26.04.2018 22:29:00

Башҡортостан Республикаһының туристик бренды менән таныштырыу сараһы үтте

26 апрелдә Өфөлә Башҡортостандың туристик бренды менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Унда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Сараға дәүләт власы, эшҡыуарлыҡ,  туристик өлкәһе вәкилдәре, шулай уҡ спортсылар, артистар, журналистар, блогерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды.

Брендты Башҡортостандың Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты заказына ярашлы Paradox Box реклама студияһы етештергән. Paradox Box студияһының арт-директоры Илшат Байбурин продуктты нисек әҙерләүҙәре — төрлө социаль, йәш, профессиональ төркөмдәрҙә асыҡтан-асыҡ фекер алышыуҙар хаҡында һөйләне.

Бренд Terra Bashkiria тип аталды. Уны булдырыусылар әйтеүенсә, Башҡортостан – үҙендә сер һаҡлаусы, тулыһынса өйрәнелмәгән билдәһеҙ ер. Брендың слоганы: «Евразия йөрәге, Урал күңеле».

Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында брендтың ҡыҙыҡлы һәм заманса килеп сығыуын билдәләне.

— Һөҙөмтә ҡыҙыҡлы. Бәлки, ул бәхәслелер ҙә, ләкин ҡыҙыҡлы. Республика яңы брендҡа эйә булды. Беҙгә уның йәшәп китерме-юҡмы, республикала һәм унан ситтә ҡабул итерҙәрме икәнлеген күҙәтергә кәрәк. Әммә шуныһы асыҡ: был бик кәрәкле, мөһим һәм ваҡытлы эш, - тине республика етәксеһе. Ошо эште башҡарған командаға рәхмәтлемен. Мин ҡырҡа сәйәсиләштерелгән баһаларҙан ситкә китеүҙе һорайым, сөнки республиканы  дөрөҫ атамаһы тураһында йыш ҡына бәхәстәр сығып тора. Конституцияла Башҡортостан тип яҙылған. Быны бер кем дә ғәмәлдән сығармаған. Туристик бренд — исем алмаштырыу түгел, был, һис шикһеҙ, республикабыҙҙы стилләштерелгән, бер аҙ ябайлаштырылған төрҙә таныштырған символ.

— Тағы ла шуныһы мөһим: бренд бик заманса. Баҡтиһәң, айыуҙар, бүреләр, ҡоштар, үлән, ҡояш кәрәкмәй. Быларҙың һәммәһен дә һәр кешегә аңлайышлы һәм асыҡ, ҡыҙыҡлы, матур ысул менән йәшерергә мөмкин. Беҙ киләсәккә ҡарарға, йәштәргә йүнәлеш бирергә тейешбеҙ. Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, улар ошо брендты бик яҡшы ҡабул иткән. Вазифамдан ситкә китеп, миңә лә, республикала йәшәгән ябай кешегә, бренд оҡшаны, күңелемә ятты. Әгәр бренд ысынлап та уңышлы булһа, ул  тулы тормош менән йәшәп китер, проспекттарҙа, турбазаларҙа һәм шифаханаларҙа ҡулланылыр, уның спорт командаларыбыҙ ҙа файҙаланыр. Брендты ҡулланған өсөн түләргә кәрәкмәй. Ошо образдар аша донъяға күп быуатлыҡ тарихыбыҙҙы хөрмәт итеүебеҙҙе һәм шул уҡ ваҡытта алға ҡарауыбыҙҙы, өмөтлө һәм заманса булыуыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ, – тип белдерҙе һуңында Рөстәм Хәмитов.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter