Обычный вид

Яңылыҡтар

24.04.2018 19:55:00

Рәсәй Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев менән эшлекле осрашыу

24 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев менән осрашты.

Яҡтар төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенең төрлө йүнәлештәрен тикшерҙе. Улар иҫәбендә – инвестиция йәлеп итеү, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҙ-ара эш итеүе, агросәнәғәт комплексын нығытыу, республиканың туристик мөмкинлектәре, ижтимағи башланғыстарға булышлыҡ итеү. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында тормошҡа ашырылған күләмле инвестиция проекттары, шулай уҡ алдағы йылдарҙа үтәсәк ҙур ваҡиғалар хаҡында һөйләне. Төбәк Башлығы бөгөн республика Рәсәйҙең алдынғы конгресс майҙансығы булыуын билдәләне.

Валерий Фадеев төбәк сәйәсәтенең төп темалары, ил ҡануниәтенә үҙгәрештәр тәҡдим итеү буйынса дискуссия уҙғарыу өсөн Рәсәй Йәмәғәт палатаһы мөмкинлектәрен файҙаланырға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, власть һәм бизнес эшмәкәрлеге тәү сиратта кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреүгә, уларҙың матди һәм әхлаҡи именлегенә йүнәлтелергә тейеш.

— Бөтә иҡтисади эшмәкәрлек айырым кешеләр табыш алһын өсөн түгел, – тине Валерий Фадеев. – Ул кешеләр яҡшы йәшәһен, эш урындары булһын, ҡасабалар, ҡалалар үҫешһен өсөн.

Экология, шул иҫәптән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын һаҡлау, бүлеү һәм эшкәртеү өлкәһендә Башҡортостан тәжрибәһе фекер алышыуҙың мөһим темаһы булды.

— Мәҫәлән, хәҙер айырыуса Мәскәү өлкәһендә һәм күрше төбәктәрҙә киҫкен мәсьәләләрҙең береһе – ул сүп-сар. Сүп-сар ағымы шул хәтлем ҙур, уны хатта бер кем дә еңеп сыға алмай. Был мәсьәләне бер нисә йыл элек күтәрергә һәм хәл итергә кәрәк ине. Ә хәҙер Ядровола, Волоколам районында даими митингтар үтә. Халыҡ сүп-сар яғыу заводтарына ҡаршы сыҡҡан мәсьәлә бар, – тип билдәләне Валерий Фадеев осрашыуҙан һуң. – Башҡортостанда был мәсьәлә күп йылдар элек хәл ителә башланы. Бында ул хәл ителгән тиерлек. Республика тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәрендә мотлаҡ файҙаланыуҙы өйрәндек.

Әңгәмә барышында Йәмәғәт палатаһы 18 майҙа Рәсәй Президентын һайлауға әҙерләгән күҙәтеүселәр тәжрибәһен файҙаланыу темаһы ла күтәрелде.

— Республикала 10 мең күҙәтеүсе, һәр һайлау участкаһына өсөшәр күҙәтеүсе тиерлек әҙерләнде. Республикағыҙ иҫ киткес һөҙөмтә күрһәтте. Минеңсә, ул беренсе урында. Ғәйәт ҙур эш башҡарылды, – тип билдәләне Валерий Фадеев. – Киләһе бурыс – Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы ҡарар иткән – Президент һайлауҙа яҡшы күҙәтеү тәжрибәһен башҡа бөтә һайлауҙарға, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы төбәктәре башлыҡтарын, закондар сығарыу йыйылыштары һайлауҙарына таратыу. Хәҙер беҙ, бәлки, был көҙ уҡ төбәк закондар сығарыу йыйылышы һәм киләһе йыл республика Башлығын һайлауҙа ошондай күҙәтеү ойошторорға мөмкинлек биргән республика законын ҡабул итеү кәрәклегенә фекер алыштыҡ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter