Обычный вид

Яңылыҡтар

21.04.2018 16:38:00

Рөстәм Хәмитов «Альтернатива» ИнваҮҙәге эшмәкәрлеге менән танышты

21 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов техник реаблитиция сараларын ремонтлауҙа, ҡуртымға биреүҙә һәм һатыуҙа махсуслашҡан «Альтернатива» ИнваҮҙәге эшмәкәрлеге менән танышты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был аҙнала үткән «тура бәйләнеш» ваҡытында «Альтернатива» төбәк коляскала хәрәкәт итеүсе инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Михаил Петров республика Башлығына ИнваҮҙәк бинаһын ремонтлауҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте һәм был социаль әһәмиәтле проектты ғәмәлгә ашырыу барышы менән танышырға саҡырҙы.

Ойошма рәйесе Таньяна Селезнёва әйтеүенсә, үҙәк функцияһы буйынса Рәсәй өсөн үҙенсәлекле булып һанала. Ул өс йыл элек асылған инвалидтар өсөн кресло-коляскалар ремонтлау буйынса оҫтахана нигеҙендә ойошторолған.

2017 йылдың ноябрендә ИнваҮҙәк 2,45 миллион һум күләмендә Президент грантын отто. Беренсе транш иҫәбенә станоктар, иретеп-йәбештереү һәм тәгәрмәс алмаштырыу ҡорамалдары, ҡоралдар йыйылмаһы, дрелдәр, болгаркалар, кәрәкле материалдар һатып алынған, интернет үткәрелгән.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үҙәктә инвалидтар өсөн эш урындары булдырыр өсөн 837 мең һум субсидия бүлгән. Был аҡсаға шкафтар, өҫтәлдәр, ултырғыстар, компьютерҙар, верстактар һәм күтәреү механизмары һатып алынған. 10 инвалид эшкә урынлаштырылған. Ҡараусылар ярҙамында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн стажировка ойошторолған. Киләсәктә коррекция кластарында уҡыусыларҙы һәм урта махсус профессиональ белем биреү йорттары инвалид-студенттарын саҡырыу күҙаллана.

ИнваҮҙәк Башҡортостан буйынса Социаль страховкалау фонды менән хеҙмәттәшлек итә. Былтыр 600-ҙән ашыу берәмек техник реабилитация сараһы йүнәтелгән. Өфөләге мәшғүллек үҙәктәре менән берлектә ИнваҮҙәк тәрбиәселек, йәмәғәт эштәренә кешеләрҙе йәлеп итеү буйынса программаларҙа әүҙем ҡатнаша.

Әлеге ваҡытта ИнваҮҙәк урынлашҡан бинаны яңыртыу буйынса мәсьәлә киҫкен тора. Бында йылылыҡ трассаһын модернизациялау, йылылыҡ, һыу тәьминәте һәм бина эсендә һыу түгеү системаларын алмаштырыу буйынса капиталь ремонт дауам итә. Шул уҡ ваҡытта эштәрҙе тамамлау өсөн өҫтәмә финанслау талап ителә. Бынан тыш, үҙәккә конструкторҙар бюроһын, инвалидтарға автомобиль өсөн ҡулдан ҡорамалдар эшләү буйынса участка урынлаштырыу, шулай уҡ стажировкаға килгән балаларға ҡунаҡ бүлмәләре, бында сығарылған техник реабилитация сараларының күргәҙмә майҙансығын ойоштороу өсөн өҫтәмә майҙансыҡтар талап ителә.

Таньяна Селезнёва белдереүенсә, үҙәк хеҙмәткәрҙәре бинаның алыҫ, сәнәғәт зонаһында тиерлек, урынлашыуы менән ҡыйынлыҡтар кисерә. Эш урынына барып етеү өсөн ҡайһы берәүҙәргә бер нисә транспортты алмаштырырға тура килә. Ә үҙәктең үҙ транспорты юҡ.

Республика Башлығы бында төҙөкләндерелгән һәм етештерелгән төрлө техник реабилитация саралары менән танышты, етештереү бүлмәләрен ҡараны, бинаның торошон баһаланы.

— Әлбиттә, был тейешле вариант түгел. Ул асыҡтан-асыҡ. Беҙ уйларбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер һеҙҙең темағыҙ менән шөғөлләнә башланыҡ. Тимәк, барыһын да эшләрбеҙ. Сөнки идея бик дөрөҫ.

ИнваҮҙәктә Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ағзалары, министрҙар, үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Үҙәкте үҫтереү мөмкинлектәре, финанс-иҡтисади, милек, транспорт тәьминәте мәсьәләләре тикшерелде. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә тейешле күрһәтмәләр әҙерләнде. Республика Башлығы проекттың артабанғы тормошҡа ашырылыуына Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуаплы буласағын билдәләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter