Обычный вид

Яңылыҡтар

13.04.2018 18:37:00

Рөстәм Хәмитов Красноярск иҡтисад форумында Башҡортостан делегацияһын етәкләй

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Красноярск иҡтисад форумында республика делегацияһын етәкләй.

Республика етәксеһе Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворкович етәкселегендә Транспорт буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Унда юл төҙөлөшө өлкәһендә инфраструктура проекттары, шул иҫәптән төбәк автомобиль юлдары концессия проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы проекты, Баулы-Күмертау юл участкаһы төҙөлөшө, Нефтекаманы төнъяҡ-көнсығыштан урап үтеү юлы менән таныштырҙы.

Ултырыш алдынан Башҡортостан Башлығы форум барышында ойошторолған Красноярск крайы предприятиелары күргәҙмәһе менән танышты. Унда күләмле сәнәғәт компаниялары проекттарынан тыш, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың етештереү инновациялары тәҡдим ителгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter