Обычный вид

Яңылыҡтар

12.04.2018 17:46:00

Рәсәй Геройҙары – Сергей Ревин, Владимир Шарпатов һәм Владимир Әлимов менән осрашыу

12 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Геройҙары – космонавт Сергей Ревин, гражданлыҡ авиацияһы лётчигы, Рәсәй Хәрби-һауа көстәре подполковнигы Владимир Шарпатов һәм хәрби лётчик, Рәсәй Һауа-йыһан көстәре полковнигы Владимир Әлимов менән осрашты. Өфөлә улар Ю.А. Гагарин исемендәге Кубокка республика уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләне.

Сергей Ревин – Рәсәйҙең (СССР-ҙың) 113-сө һәм донъяның 526-сы космонавты. 2012 йылдың май-сентябрендә ул 125 тәүлек дауамында «Союз ТМА-04М» пилотлы транспорт карабында йыһан киңлектәрен гиҙҙе.

Владимир Корпатов Ил-76 һауа судноһы командиры булған. 1995 йылдың 3 авгусында уның самолёты Кандагар (Афғанстан) янындағы аэродромға көсләп ултыртыла, ә уның экипажы әсирлеккә алына. Бер йыл һәм 13 көндән һуң, 1996 йылдың 16 авгусында экипаж тотҡондан ҡаса. Был ваҡиғалар буйынса «Кандагар» нәфис фильмы төшөрөлдө.

Владимир Әлимов 1999 йылдың декабрендә Аргун тарлауығында боевиктар бәреп төшөргән Су-25 штурмовигы лётчиктарын эҙләү һәм ҡотҡарыу буйынса операцияны етәкләй. Төркөм бер нисә Ми-8 вертолетынан тора, уларҙың һәр ҡайһыһы 15-шәр десантсы ултыртып ала һәм тулғансы йөк менән тейәлә. Операция барышында төркөм боевиктар боҫҡонона эләгә. Машиналарҙың береһе бәреп төшөрөлә һәм ул ултырырға мәжбүр була. Көслө ут аҫтында Владимир Әлимов иптәштәренә ярҙамға килеп яу яланынан вертолет экипажын, шулай уҡ бәреп төшөрөлгән машина десантсыларын (39 һалдат һәм офицерҙы) сығара. Базаға килгәндән һуң Әлимовтың вертолёты яраҡһыҙ тип таныла, ә корпусында 30-ҙан ашыу пуля уйымы һанала.

Осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов республикала буласаҡ инженерҙарға кәрәкле белем биреү өсөн балалар технопарктарын үҫтереү хаҡында һөйләне.

— Балаларҙы, егәттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы техникаға ылыҡтырыу өсөн күп нәмә эшләйбеҙ. Элек ул техник ижад түңәрәктәре булды, хәҙер улар кванториумдар тип йөрөтөлә, – тине республика Башлығы. – Шуныһы мөһим, уларҙа шөғөлләнеү, белем алыу өсөн шарттар булдырылған, йыһан, авиа һәм двигателдәр эшләү тематикалары бар. Асылда иһә, был бөгөнгө көнгә балаларҙы әҙерләү йәһәтенән етмәй ине. Иҡтисадсылар, юристар күп, ә инженерҙар аҙ. Ныҡлы, етди инженерҙар етмәй. Техник белем биреү генә түгел, ә үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү һорауҙарын да һеҙҙең менән берлектә үҫтерербеҙ тип уйлайым. Был бик мөһим.

Үҙ сиратында, Сергей Ревин балалар араһында фәнде һәм инженер һөнәрҙәрен популярлаштырыу буйынса пландары менән уртаҡлашты.

— Беҙҙең Өфөлә «Гагарин үҙәге», уның нигеҙендә «Космоквантум», шулай уҡ бер төркөм кванториумдар Өфөлә һәм Благовещенда бар. Беҙ уларға булышлыҡ итәбеҙ, констультациялар үткәрәбеҙ, ныҡ ҡына аралашабыҙ. Шулай уҡ Дәүләкән районының Калиновка ауылында йәйге аэрокосмос мәктәбе бар. Космонавтар унда йәйге сменаға килә, балалар менән аралаша. Бер һүҙ менән әйткәндә, республикала йыһан һәм авиация «усаҡтары» бар. Унда балалар даими эшләй, космонавтар, осоусылар менән аралаша ала, – тине Рәсәй Геройы. – «Кванториум»дар, «Космоквантум»дарҙың техник тәьминәтен үҫтерәсәкбеҙ. Республика ҙур, балалар күп. Шуға, әлбиттә, башҡа ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә лә бындай микрокванториумдар булһын ине. Был юҫыҡта эш дауам ителәсәк. Бөтә был эштәрҙе төҙөп бөтөргә кәрәк. Бәлки, лагерҙарҙың береһендә «Артек», «Орлёнок» һәм «Сириус»тағы кеүек оҡшаш йыһан сменаһы ойошторорбыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter