Обычный вид

Яңылыҡтар

06.04.2018 20:37:00

Федераль пассажирҙар компанияһы генераль директоры Петр Иванов менән эшлекле осрашыу

6 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Федераль пассажирҙар компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Петр Иванов менән осрашты. Унда тимер юлы транспорты үҫеше мәсьәләләре ҡаралды.

Петр Иванов билдәләүенсә, Башҡортостанда уҙған йылда пассажирҙар йөрөтөү 3,7 процентҡа артҡан. Былтыр Өфө аша 2,2 миллиондан ашыу пассажир үткән. Республика етәксеһе әйтеүенсә, был һан авиациялағы пассажирҙар ағымынан бер ни тиклем кәмерәк.

Осрашыуҙа Башҡортостандың туристик мөмкинлектәре һәм футбол буйынса донъя беренселеге ваҡытында поездар хәрәкәте тураһында ла әйтелде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter