Обычный вид

Яңылыҡтар

06.04.2018 23:55:00

Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара двигателдәр етештереү форумында Берләшкән двигателдәр етештереү корпорацияһы күргәҙмәһен ҡараны

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмә комплексында Халыҡ-ара двигателдәр етештереү форумында Берләшкән двигателдәр етештереү корпорацияһы экспозицияһын ҡараны.

Форумдың ойоштороусыһы һәм генераль бағыусыһы быйыл 10 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе Берләшкән двигателдәр етешереү корпорацияһы сығыш яһай. Күргәҙмәлә холдинг авиация, диңгеҙ һәм ер өҫтө двигателдәре өлкәһендә өр-яңы продукцияһын тәҡдим итә. Экспозицияла хәрби авиация өсөн двигателдәрҙән алып сәнәғәт тәғәйенләшендәге газ турбинаһы ҡоролмалары тәҡдим ителә.

Форумда холдингтың Өфө предприятиеһы – «Берләшкән двигателдәр етештереү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә ҡатнаша. Ул самолеттарға үтә тауышлы тиҙлек үҫтереү мөмкинлеген биргән АЛ-41Ф-1С двигателе макеты менән таныштыра.

Күргәҙмәлә корпорацияның башҡа двигатель макеттары – РД-33МК, ПД-14, ВК-2500, ТВ7-117СТ тәҡдим ителгән. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе уларҙы кооперцияла  барлыҡҡа килтереү буйынса ҡатнаша.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter