Обычный вид

Яңылыҡтар

05.04.2018 20:38:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

5 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты. Сара төбәктәр эшмәкәрлегендә конкуренцияны үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса өҫтөнлөклө йүнәлештәргә арналды.

Ултырышта Рәсәй Президентының «Конкуренцияны үҫтереү буйынса дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәре тураһында»ғы Указында билдәләнгән маҡсаттарға ирешеү өсөн кәрәкле саралар тикшерелде.

Дәүләт башлығы Владимир Путин әйтеүенсә, конкуренцияның төп мөһимлеге Рәсәй Конституцияһы тарафынан ҡаралған.

— Ғәҙел һәм намыҫлы конкуренция – ул иҡтисади һәм технологик үҫеш өсөн төп шарт, илдең яңырыу, уның бөтә тормош өлкәләрендә лә алға хәрәкәт итеү билгеһе, – тип белдерҙе Президент.

Уның фекеренсә, был өлкәлә хоҡуҡи көйләү тотош донъя стандарттарына тура килә. Һуңғы йылдарҙа монополияға ҡаршы дүрт закон пакеты ҡабул ителгән, бишенсеһе әҙерләнә. Хәҙер уларҙы тейешле хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе менән тәьмин итеү мөһим.

Шуның менән бергә конкуренция өлкәһендә ҡануниәтте тура иҫәпкә алмау осраҡтары, айырыуса ул темаға урындағы власть яғынан тейешле әһәмиәт бирелмәй. Үҙ сиратында, хәлдәрҙең ошондай торошо, ил иҡтисадына ҙур зыян килтерә, бюджет сығымдарының артыуына, ҡалған етештереү урындарын ябыуға һәм продукцияның түбән сифатына алып килә. Һөҙөмтәлә, ҡулланыусылар зыян күрә.

Шуның менән бергә Президент власть органдары эшмәкәрлегендә конкуренцияны хуплауға нигеҙләнгән конкуренцияға ярашлы алымдарҙы тормошҡа ашырырға тәҡдим итте. Бынан тыш, кесе эшҡыуарлыҡҡа һәм социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт һәм муниципаль заказадарын һәм хеҙмәттәрен башҡарыу юлын планлы рәүештә киңәйтеү зарур.

2015 йылдан төбәктәр Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән раҫланған конкуренцияны үҫтереү стандарттарын тормошҡа ашыра. Уҙған йылдың декабрендә конкуренцияны үҫтереүгә булышлыҡ итеү власть органдары эшендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булараҡ билдәләнгән, ә 2018-2020 йылдарға Милли планда конкуренцияны үҫтереүгә аныҡ тармаҡтар һәм көтөлгән күрһәткестәр күрһәтелгән указ сыҡты.

— Бындай предметлы йүнәлештәрҙе Федерация төбәктәре менән бергә, уларҙың үҙенсәлектәрен һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, һәр төбәк өсөн билдәләргә кәрәк тип уйлайым, – тине Владимир Путин. – Шул рәүешле, төбәк командаларында конкурент мөхитен булдырыу буйынса аныҡ күрһәткестәр, шулай уҡ биләмәләр өсөн өҫтөнлөклө, яңы, һанлы баҙарҙарҙа шәхси предприятиелар үҫтереү буйынса йөкләмәләр барлыҡҡа киләсәк.

Рәсәй Президенты төбәктәрҙе урындағы етештереүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙа һәм уларға баҙарға юл асыуға нигеҙләнгән төбәк протекционизмы тип йөрөтөлгән үҫештән киҫәтте. Дәүләт башлығы фекеренсә, был илдең берҙәм иҡтисади киңлеге нигеҙҙәренә ҡаршы килә, конкуренция мөхитен боҙа.

— Был йәһәттән ике төп ҡанунды билдәләгем килә. Тәүгеһе. Беҙҙең тармаҡтарға, компанияларға булышлыҡ итеү буйынса, шул иҫәптән импортты алмаштырыу сиктәрендә бөтә аҙымдарыбыҙ һөҙөмтәлелекте, эске һәм тышҡы халыҡ-ара баҙарҙа ла ихтыяжлы заманса конкуренцияға һәләтле тауарҙар һәм хеҙмәттәр сығарыуҙы хупларға тейеш, – тине Владимир Путин. – Икенсеһе. Баҙарҙарың торошона дөйөм ҡарарға, һорау ихтыяжы мөмкинлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Бында урталыҡты эҙләү һәм табыу, тик ғәҙел, тигеҙ конкуренция булдырыу шарт.

Ултырыш барышында конкуренцияны үҫтереү буйынса бер төркөм төбәктәрҙең ыңғай тәжрибәһе билдәләнде. Атап әйткәндә, Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева Башҡортостан Республикаһында тәбиғи монополия субъекттарының инвестиция проекттарында технологик һәм хаҡ аудиты механизмдарын индереү 138 миллион һум экономияларға һәм электр селтәрҙәренә технологик тоташыуға тарифтарҙы 53 процентҡа тиклем төшөрөргә мөмкинлек биреүе хаҡында хәбәр итте.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter