Обычный вид

Яңылыҡтар

03.04.2018 21:05:00

«Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһының почетлы ҡунаҡтары менән осрашыу

3 апрелдә Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Милләт йәшлеге» V йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһының почетлы ҡунаҡтары менән осрашты.

Әңгәмәлә Дәүләт Думаһы депутаттары Рима Баталова, Александр Карелин, Дмитрий Пирог, Федерация Советы ағзаһы Татьяна Лебедева, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Диана Гурцкая һәм Халыҡ-ара ислам бизнесы берлеге президенты кәңәшсеһе Абдула Моташғәжиев ҡатнашты.

«Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһы 2014 йылдан алып Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды тарафынан тапшырыла. Ул инвалид спортын һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең спортта юғары ҡаҙаныштарын пропагандалауға йүнәлтелгән.

Әңгәмә барышында республика етәксеһе премияның әһәмиәте, шулай уҡ төбәктә балалар спортын үҫтереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт еткерҙе. Мәҫәлән, Өфөнөң Спорт әҙерлеге үҙәгенең дөйөм хаҡы 3 млрд һум тәшкил итә.  

– Беҙ уны үҙ сығымдар ярҙамында төҙөйбөҙ. 2019 йылға комплекс тулы кимәлдә эшләй башлаясаҡ,  – тине Рөстәм Хәмитов. – Халыҡ-ара балалар уйындарын шунда үткәрәсәкбеҙ. 2020-2021 йылдарҙа ҡунаҡхана һәм реабилитация үҙәген файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter