Обычный вид

Яңылыҡтар

03.04.2018 17:20:00

Рөстәм Хәмитов III Медицина форумында сығыш яһаны

3 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау аҙналығы» III Медицина форумының пленар ултырышында сығыш яһаны.

Быйыл форум «Сәләмәт быуын – сәләмәт төбәк» исеме аҫтында үтә. Сарала танылған ғалимдар, табиптар, алдынғы фармацевтика компания етәкселәре һәм белгестәр ҡатнаша.

Ултырыш алдынан республика етәксеһе күргәҙмәлә урын алған заманса медицина ҡорамалдарын ҡарап сыҡты. Унда илдең 16 төбәгенән 150-нән ашыу компания һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҡулланылған алдынғы техника өлгөләре менән таныштыра. Күргәҙмәлә Башҡортостан шифаханалары айырым урын алып тора.

Республика Башлығы импортты алмаштырыу, медицинала инновацион алымдарҙы ҡулланыу кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы барышында алдынғы белгестерҙә бушлай медицина тикшереүе үтергә мөмкин.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, һаулыҡ һаҡлау тураһында һүҙ йөрөткәндә, тәү сиратта сәләмәт йәшәү рәүеше күҙ уңында булырға тейеш. Әгәр системаны пирамида кеүек ҡараһаҡ, уның төбө тап сәләмәт тормош тәшкил итә, әммә был  ингеҙҙе хәстәрләү юҡ.

Алдағы йылдарҙа төбәктә сәләмәт йәшәү төбәк стратегияһы булдырыласаҡ. Республика илдә беренселәрҙән булып был документты ҡабул итәсәк. Уға ярашлы, Һаулыҡ һаҡлау, Спорт һәм Мәғариф министрлыҡтары эште берлектә алып барырға бурыслы. Документты әҙерләү буйынса комиссияны Башҡортостан Башлығы етәкләйәсәк.

Бынан тыш, шифахана-куророт селтәре эшмәкәрлегендә лә тәртип талап ителә, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. Һүҙ дауаланыуҙан тыш, ял  итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу һәм инфраструктураны үҫтереү тураһында бара.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter