Обычный вид

Яңылыҡтар

29.03.2018 14:25:00

Өфө буйлап эш сәфәре

29 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 3-сө бала табыу йортонда булды, ҡаланың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында «Һаҡсыл поликлиника» проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты, шулай уҡ республика министрлыҡтарында «Һаҡсыл хөкүмәт» проектының тәүге һөҙөмтәләренә арналған кәңәшмә уҙғарҙы.

***

3-сө бала табыу йортонда төбәк етәксеһе бала табыу, «Әсә һәм бала» бүлектәрен ҡараны, йәш әсәләр менән аралашты һәм уларҙы яңы тыуған сабыйҙары менән ҡотланы.

Бала табыу йортоноң баш табибы Зөһрә Гурова әйтеүенсә, бында йыл һайын 4-4,5 мең бала тыуа. Йәғни Өфөлә йәшәүсе һәр дүртенсе кеше ошо учреждениела тыуған, тип әйтергә мөмкин. Һуңғы ваҡытта 1990 йылдарҙағы демографик хәлгә бәйле бала табыу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Балалар үлеме күрһәткесе 2012 йылдан 4,4-тән 0,5 промиллегә тиклем кәмегән.

Әлеге ваҡытта учреждениеға Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондарында, шулай уҡ Иглин районында йәшәүсе 200 меңдән ашыу ҡатын беркетелгән. Киләсәктә бала табыу йортона Благовещен һәм Нуриман райондарында йәшәүселәрҙе беркетеү күҙаллана.

Баш табип әйтеүенсә, бала табыу йорто юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек биргән өр-яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ләкин 1957 йылда төҙөлгән бина заман талаптарына яуап бирмәй. Капиталь ремонт эштәре 1990 йылдар уртаһында ғына эшләнгән. 2013-2015 йылдарҙа операция-реанимация бүлеге төҙөкләндерелгән.

Әңгәмә барышында Зөһрә Гурова хәҙерге бала табыу йортон төҙөкләндереү менән бер рәттән 10 мең квадрат метрлыҡ яңы корпусты төҙөү проекты әҙер булыуы хаҡында хәбәр итте. Уның өсөн яҡынса 1,5 миллиард һум талап ителә. Яңы бина бала табыу һанын йылына 5 меңгә тиклем арттырырға, шулай уҡ ғәмәлдәге дүрт урынлыҡ урынына ике урынлыҡ палаталар эшләп, йөклө ҡатындарға уңайлы шарттар тыуҙырырға булышлыҡ  итәсәк.

— 2020 йылға төҙөлөштө тамамлау өсөн быйыл уҡ эште башлау зарур, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бала табыу йортон заманға ярашлы итергә кәрәк.

Республика Башлығы өҫтәмә корпус төҙөү өсөн майҙансыҡты ҡараны һәм Хөкүмәткә тейешле финанслауҙы тәьмин итер өсөн күрһәтмә бирҙе. Ошо ваҡыт эсендә бала табыу йорто ғәҙәти режимда эшләйәсәк, ә уны төҙөкләндереү эштәре яңы бинаны файҙаланыуға тапшырғандан һуң башланасаҡ.

***

Өфөнөң 32-се поликлиникаһында Рөстәм Хәмитов республика министрлыҡтарында «Һаҡсыл хөкүмәт» проектын тормошҡа ашырыуҙың тәүге һөҙөмтәләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Төбәк етәксеһе һаҡсыллыҡ нигеҙҙәре власть органдары эшмәкәрлегенә быйыл февралдә индерелә башланыуын хәтергә төшөрҙө. Һынау проектын тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ойошторолған. Был эштә «Росатом» дәүләт корпорацияһы әүҙем ярҙам күрһәтә.

— Дәүләт органдары эшмәкәрлеген ябайлаштырыу эш процесын күп тапҡырға тиҙләтеүгә, бюджет сараларын етди контролдә тотоуға, файҙаһыҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыуға ҡағыла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Төп бурыс – власть органдары эшенең сифатын күтәреү. Быны кешеләр, граждандар һәм шул иҫәптән, әлбиттә, бизнес вәкилдәре тойорға тейеш. Граждандарҙың көн һайын төрлө ведомство, контора тупһаһын тапауы беҙгә бөтөнләй кәрәкмәй, ә уларҙың тиҙ ваҡытта сифатлы хеҙмәт алыуы мөһим.

Башҡортостан Башлығы эштәре менән идара итеүсе, проект офисы етәксеһе Ринат Шәғәлин «Һаҡсыл хөкүмәт» проектында 14 дәүләт власть органы ҡатнашыуын, уларҙың һәр ҡайһыһында процестарҙы камиллаштырыу һәм стандартлаштырыу буйынса эшсе төркөм ойошторолғаны хаҡында хәбәр итте.

— Ведомстволарҙа практик этап февраль аҙағында башланды, проект сиктәрендә оптималләштереүҙе талап иткән 50-ләгән процесс асыҡланды, – тип билдәләне Ринат Шәғәлин. – Уларҙың яҡынса өстән бер өлөшө дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән.

Бөгөнгә бөтә процестарҙың яртыһы тиерлек анализланған. «Һаҡсыл хөкүмәт» нигеҙҙәрен индереүсе власть органдарында ведомство хеҙмәткәрҙәренән һәм унда килеүселәрҙән тәҡдим йыйыу ойошторолған. Ринат Шәғәлин әйтеүенсә, ҡулланыусыларҙың хеҙмәт күрһәтеү сифатын һәм тиҙлеген баһалау проект һөҙөмтәһенең төп йомғаҡлау күрһәткесе буласаҡ.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева һәм ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов ведомстволарҙа проектты бойомға ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

«Росатом» дәүләт корпорацияһының проект етәксеһе Владимир Арженцов тәүге һөҙөмтәләр менән таныштырҙы. Проект илдең алты төбәгендә тормошҡа ашырыла.

— Эш системалы ойошторолған. Был проектҡа иң һуңғы булып ҡушылыуығыҙға һәм был тема менән ни бары ике ай шөғөлләнеүегеҙгә ҡарамаҫтан, күп кенә күрһәткестәр буйынса башҡа төбәктәрҙе уҙып киттегеҙ, – тип билдәләне Владимир Арженцов. – Республиканың проект офисы әүҙемлеге ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. Башҡа төбәктәрҙә проект өс-алты министрлыҡты үҙ эсенә алһа, Башҡортостан үҙе генә 14 ведомство индергән һәм әле уҡ ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә. Проекттың ойоштороу этабы үтәлгән, ағымдағы эштәр торошоноң картаһы эшләнгән.

Һаҡсыллыҡ нигеҙҙәре фәлсәфәһе эш процестары менән генә сикләнмәҫкә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

— Бөтә йүнәлештәрҙә лә һаҡсыллыҡ йәшәү рәүешенә әйләнергә тейеш, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter