Обычный вид

Яңылыҡтар

27.03.2018 16:09:00

Рөстәм Хәмитов коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе

27 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эште көйләү буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Ултырыш 2017 йылда коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек йомғаҡтарына арналды.

Коррупцияға ҡаршы милли көрәш планын ғәмәлгә ашырыуға, конфликтлы комиссиялар, бүлектәр һәм коррупция хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү өсөн яуаплы булған вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлеген камиллаштырыуға, ошо өлкәлә пропаганда һәм аңлатыу эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыуға ҙур иғтибар йүнәлтелде, тип билдәләне республика етәксеһе.

Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эшмәкәрлектә мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу йәһәтенән мөһим аҙымдар яһалды. Быйыл дәүләт вазифаларын биләгән кешеләр килемдәр тураһында электрон белешмәләрҙе махсус программа ярҙамында тултыра башланы. 2019 йылда бөтә дәүләт хеҙмәткәрҙәре ошо форматҡа күсә.

Бынан тыш, Рәсәй дәүләт граждандар хеҙмәтенең кадрҙар составы менән идара итеүҙең берҙәм мәғлүмәт системаһын файҙаланыу башлана.

– Илдә һәм республикала коррупцияға ҡаршы ҙур эштең беренсе йыл ғына дауам итмәүен аңлайбыҙ. Ил Президенты, уның етәкселеге урындағы һәм федераль властарҙан ошо йәһәттән эшмәкәрлекте көсәйтеүҙе талап итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Коррупция ил иҡтисады үҫешен тотҡарлай, эшҡыуарҙар, бизнес өсөн ҙур проблемалар тыуҙыра. Был һәр кем өсөн асыҡ, аңлайышлы.

Төбәк Башлығы әйтеүенсә, коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендә аңлатыу эштәренә һәм пропагандаға ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.

Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары Алексей Касьянов 2017 йылда республикала коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса сараларҙы бойомға ашырыу тураһында һөйләне. Шулай итеп, 33 дәүләт хеҙмәткәре һәм 133 муниципаль хеҙмәткәр юридик яуаплылыҡҡа тарттырылған. Атап әйткәндә, ышанысты юғалтыу менән бәйле муниципаль вазифа һәм муниципаль хеҙмәт вазифаһын биләгән 30 кеше эшенән бушатылған.

Бынан тыш, республика дәүләт власы органдарының кадрҙар хеҙмәте дәүләт хеҙмәткәрҙәренең мәнфәғәттәрҙең конфликтын көйләү йәки уларға юл ҡуймау тураһында талаптарҙы үтәмәү осрағын асыҡлаған. Ун осраҡтың туғыҙында хеҙмәткәрҙәр яуаплылыҡҡа тарттырылған.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter