Обычный вид

Яңылыҡтар

21.03.2018 19:26:00

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе

21 мартта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда «Башҡортостан Республикаһында сауҙаны үҫтереү» дәүләт программаһы һәм йәш ғалимдарға республика гранттары тураһында положение раҫланды.

***

Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова 2019-2025 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында сауҙаны үҫтереү» дәүләт программаһы проектын тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, ведомство эшмәкәрлегенә индерелгән яңы алымдар ыңғай күрһәткестәргә ирешергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, 2017 йылда касса техникаһы мәғлүмәттәрен һалым инспекцияларына тапшырылды. Һөҙөмтәлә, һәр кассанан килгән килем үткән йыл һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға артты.

2016 йылдың авгусынан Рәсәй тәбиғи тиренән тегелгән әйберҙәрҙәргә махсус билдә ҡуйыу буйынса пилот проектта ҡатнаша. Бер йыл эсендә системала ҡатнашыусылар һаны 3,5 тапҡырға артты. Йүнәлештең һәр дүртенсе ҡатнашыусыһы рәсми теркәлде һәм тире-күн әйберҙәренең тауар әйләнеше алты тапҡырға артты.

Башҡортостан Башлығы күмәртәләп һатыу өлкәһендә яңы алымдар индереү мөмкинлеген ҡарарға саҡырҙы.

– Республикала үҙ продукцияһын етештереүсе күләмле сәнәғәт предприятиелары илдең башҡа төбәктәрендә теркәлгән сауҙа йорттары аша һатыу алып бара, - тине Рөстәм Хәмитов. – Һөҙөмтәлә, күмәртәләп һатыу күрһәткестәре буйынса Башҡортостан 18 урында. Иң мөһиме, күмәртәләп һатыуҙан республика ҡаҙнаһы һалымдар менән тулыланмай. Һүҙ миллиард һумдар хаҡында бара.

Төбәк етәксеһе интернет-магазиндары аша тәҡдим ителгән тауар сифатын контролдә тотоу мөһимлеген билдәләне.

– Әгәр ябай магазинда ниндәйҙер кимәлдә контроль алып барылһа, был осраҡта йыраҡта урынлашҡан сауҙа нөктәһе тураһында һатып алыусы бөтөнләй мәғлүмәтһеҙ, - тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Һатып алыусы зыян күрмәһен өсөн тейешле мөхит булдырыу зарур. Бындай тауарҙы тәҡдим иткән майҙансыҡ уңайлы, заманса булырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов Хөкүмәтте эшҡыуарҙарҙы эре сауҙа селтәрҙәре баҫымынан ҡурсаларға саҡырҙы.

– Миңә республиканың төрлө төбәгенән эшҡыуарҙар хат яҙа, - тине төбәк Башлығы. – Күләмле компаниялар сауҙа баҙарында монополия яулар өсөн барыһын эшләй, ә кесе эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр.

***
Республика Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов юғары квалификациялы ғилми белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән республика Башлығы гранттары тураһында положение менән таныштырҙы. Документтың проекты республика етәксеһе күрһәтмәһе һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышы ҡарарҙарына ярашлы әҙерләнгән.

Программа Рәсәйҙә фәнде үҫтереүгә этәргес булып торасаҡ. Ул көндөҙгө бүлектәге аспиранттар һәм 35 йәшкә тиклемге фән кандидаттары өсөн асыҡ конкурс һанала. Был йәһәттән йыл һайын 1 миллион һумлыҡ 30 грант булдырырға тәҡдим ителә: 15 грант − аспиранттар, 15-е йәш фән кандидаттары өсөн. Конкурс Башҡортостандың технологик башланғысы концепцияһында билдәләнгән ғилми һәм инновацион эшмәкәрлекте үҫтереү йүнәлештәре буйынса уҙғарыла.

Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, проекттың маҡсаты – аспиранттар һәм фән кандидаттары араһынан донъя кимәлендәге тикшереүҙәрҙе башҡарырға, һәләтле юғары тәжрибәле кадрҙар әҙерләү, шулай уҡ Башҡортостанға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән талантлы йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү.

Башҡортостан Башлығы  кандидаттарҙы һайлау буйынса махсус комиссия төҙөргә һәм тәҡдим ителгән эштәргә белгестр баһаһын бирергә саҡырҙы. Киләһе йылдың башында йәш ғалимдар тәүге гранттарын алырға тейеш.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter