Обычный вид

Яңылыҡтар

20.03.2018 22:43:00

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

 

20 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Ике сәғәттән ашыу дауам иткән әңгәмәлә төбәк етәксеһе республика халҡы менән технология, ауыл хужалығы, торлаҡ төҙөлөшө, социаль өлкәне үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, министрлыҡ һәм ведомстволарға тейешле күрһәтмәләр бирелде.

***

Бөрөлә йәшәүсе Вера Цирульникова  төбәк Башлығына ҡалала ҙур перинаталь үҙәк төҙөү кәрәклеге хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, иҫке бинала урынлашҡан урындағы бала табыу йорто Башҡортостандың төнъяғындағы биш район халҡын хеҙмәтләндерә. Палаталарҙа урын етмәй, медицина персоналдарына эш йөкләмәһе юғары.

— Был проблема күптән бар, – тип аңлатты Вера Цирульникова. – Ошондай шарттарҙа өс балам донъяға килде. Бала табыусы йәш ғаиләләр заманса һәм уңайлы бала табыу йортона килһен ине.

Республика етәксеһе Бөрөлә перинаталь үҙәк төҙөлөшө хаҡында ҡарар ҡабул ителеүен, оҙаҡламай проект эштәре башланыуы хаҡында хәбәр итте.

— Һеҙҙең исемдән Бөрө халҡын ышандыра алам. 2018 йылда яңы үҙәкте проектлау, ә 2019 йылда төҙөлөш башлансаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Объект, ғөмүмән әйткәндә, осһоҙҙарҙан түгел, уның өсөн 400 миллион һум талап ителә. Әммә беҙ нимәгә барғанды аңлайбыҙ. Аҡса тулы күләмдә һалынған. 2020 йыл аҙағына төҙөлөштө тамамларға тырышырбыҙ.

***

Өфөлә йәшәүсе Наталья менән Денис Сергеевтар 2017 йылдан бәшмәктәр үҫтереү менән шөғөлләнә. Был маҡсатта улар Өфө районында элекке бинаны ҡуртымға алған.  Бер нисә ай эсендә етештереү күләме айына 1,2 тоннаға тиклем еткерелгән. Йәштәр киләсәктә бизнесты үҫтерергә ниәтләй, ләкин уның өсөн яҡынса 6 млн һум талап ителә.

Ярҙам һорап эшҡыуарҙар республиканың Ауыл хужалығы министрлығына мөрәжәғәт иткән. Унда аңлатыуҙарынса, төбәктә бәшмәк үрсетеү йүнәлешендә ярҙам ауыл хужалығы кооперативтарына ғына күрһәтелә. Министрлыҡта мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн ярҙам күрһәтеү механизмына төҙәтмәләр индерелә. Әлегә был эш тулыһынса тамамланмаған.

Бынан тыш, субсидия алыу өсөн бизнесты крәҫтиән (фермер) хужалығына әйләндереп, яңынан теркәү талап ителә. Сергеевтар ғаиләһе баш ҡалала шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән.

Республика Башлығы йәштәрҙең бизнесты үҫтереү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Улар белдереүенсә, яҡын арала тағы ла бер бинаны ҡуртымға алыу һәм климатик системаһы менән йыһазландырыу күҙаллана. Әлеге ваҡытта продукция ресторандарға оҙатыла.

Рөстәм Хәмитов вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхмановҡа шылтыратып проектҡа финанс ярҙамы күрһәтергә күрһәтмә бирҙе.

***

«Миловка паркы» өлөшсөләр төркөмө вәкиле Ильвира Куликова республика Башлығына торлаҡ комплексында төҙөлөш эштәрен тергеҙеү өсөн тейешле саралар күреү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте.

Уның әйтеүенсә, әлеге мәлдә яҡынса 350 фатирҙа кеше йәшәй, дөрөҫөн әйткәндә, кешеләр төҙөлөш майҙансығында көн итә. Унда коммуникация, инфраструктура бөтөнләй юҡ, сүп-сарҙы сығарып түгеү ойошторолмаған, хатта кеҫә телефоны бәйләнеше юҡ.

Быйыл ғинуарҙа 10-сы кварталдың өс йортонда төҙөлөш-монтаж эштәре тергеҙелде. Торлаҡ комплексы объекттарын яңы ойошма ярҙамында тамамлау күҙаллана.

Вице-премьер – Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе Андрей Трухан менән телефон аша әңгәмәһендә Рөстәм Хәмитов мәсьәләне хәл итеү юлдары буйынса фекер алышты. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, март аҙағында тейешле «юл картаһы» тәҡдим ителәсәк. 2018 йылда яңы биш-алты йортто төҙөү ҡаралған, 2020 йылда проект буйынса эштәр тамамланасаҡ.

Төбәк Башлығы комплекс инфраструктураһын үҫтереү планы менән дә таныштырҙы. Әлеге мәлдә биҫтәлә заманса мәктәп төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Киләсәктә бында балалар баҡсаһы ла барлыҡҡа киләсәк. Ильвира Куликова быйыл «Миловка паркы»нда йәшәүсе 82 балаланың мәктәпкә барыуы хаҡында хәбәр итте. Ошоға бәйле мәктәп автобусын ойоштороу мәсьәләһе һәм Дим биҫтәһе мәктәбендә белем алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

Әңгәмә һуңында республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтен һәм Өфө районы хакимиәтенә «Миловка паркы»нда төҙөлөш эштәрен тергеҙеү һәм инфраструктураны үҫтереү буйынса һорауҙарҙа контролгә алырға күрһәтмә бирҙе.

***

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты Руслан Кәримов республика Башлығын виртуаль ысынбарлыҡ лабораторияһы проекты менән таныштырҙы һәм юғары уҡыу йортонда «Геймдизайн һәм виртуаль ысынбарлыҡ» һөнәре буйынса магистратура асырға тәҡдим итте.

Уның һүҙҙәренсә, лаборатория өсөн ҡорамалдар һатып алыуға 6 миллион һум талап ителә. Киләсәктә ул һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү урынына әйләнеүе бар. Улар был өлкәләге проекттар, шулай уҡ мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә DigitalSkills чемпионатында ҡатнашыусыларҙы әҙерләү буйынса төбәк үҙәге менән шөғөлләнәсәк.

Геймдизайн һәм виртуаль ысынбарлыҡ һанлы иҡтисадты үҫтереү өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе һанала, тине Руслан Кәримов. Рәсәйҙә был өлкәләге белгестәрҙе уҡытыу менән нимә бары ике юғары уҡыу йорто шөғөлләнә. Шуға республикала Стратегик башланғыстар агентлығы һәм «Кибер Рәсәй» мәғариф проекты булышлығында тейешле магистратураның барлыҡҡа килеүе төбәктең цифрлаштырыу өлкәһендә конкуренция һәләтен ярайһы уҡ күтәрәсәк.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетына VR лабораторияһы өсөн ҡорамалдар һатып алыу варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм Башҡорт дәүләт университеты менән бергә Стәрлетамаҡ филиалы ҡарамағында магистратура асыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter