Обычный вид

Яңылыҡтар

20.03.2018 17:18:00

«Урал» волейбол клубының баш тренеры Даниэле Баньоли менән эшлекле осрашыу

20 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Урал» волейбол клубының баш тренеры Даниэле Баньоли менән осрашты. Унда 2017/18 уйын миҙгеле һөҙөмтәләре, клубты үҫтереү мөмкинлектәре һәм киләсәккә бурыстар ҡаралды.

2018 йылғы Рәсәй чемпионатында «Урал» волейбол клубы мәрәйҙәр һаны буйынса һигеҙенсе урында теркәлде. Ләкин быйыл Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы урындарҙы еңеүҙәр һаны буйынса билдәләү формулаһын индерҙе. Шуға күрә 12 матчта еңеү яулаған «Урал» туғыҙынсы урынға төштө.

– Миҙгел һөҙөмтәләре беҙ көткәнсә түгел икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ләкин, дөйөм алғанда, команданың сығышы тотороҡло һәм ышаныслы. Клубтың составы көслө. Һуңғы ике уйын һөҙөмтәләрҙең булыуын күрһәтте. Киләһе миҙгелдә команда уңыштарға ирешер, тип ышанғы килә.

– Мин күп ерҙә эшләнем. Тәжрибәмә таянып, Өфөләге миҙгелде яҡшы үткәрҙек, тип әйтә алам. Клуб сифатлы эшләү, күнекмәләр һәм уйындар өсөн тейешле шарттар булдырҙы, – тип билдәләне Даниэле Баньоли. – Быйылғы миҙгелдә Рәсәй чемпионаты һис ҡасан булмағанса көслө һәм сәмле уҙҙы, тип иҫәпләйем. Алдағы уйындарҙа ҙур еңеүҙәргә өлгәшергә тейешбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter