Обычный вид

Яңылыҡтар

19.03.2018 20:21:00

Өфөлә «Беҙҙең һайлау – беҙҙең еңеү!» байрам концерты үтте

19 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Спорт һарайы алдында үткән «Беҙҙең һайлау – беҙҙең еңеү!» байрам концертында сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе республика халҡына Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашҡандары өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм дәүләт башлығы Владимир Путинды еңеүе менән ҡотланы.

— Башҡортостан Республикаһында һайлауҙар ойошҡанлы, яҡшы үтте. Беҙҙең халыҡ берҙәмлеген күрһәтте һәм ил Президентын хупланы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Рәсәй Президенты республикабыҙға оло ихтирам менән ҡарай. Ул беҙҙә яңы объекттар төҙөлһөн, яҡшы инфраструктура барлыҡҡа килһен өсөн күпте эшләй. Президент ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы бөгөн «Башнефть» кеүек ҡеүәтле компанияның 25 процент акцияһына эйә булыуы хаҡында ла әйтергә мөмкин. Президент сәйәси мәҙәниәтте үҫтереү йүнәлешендә лә күп эштәр башҡара. Илебеҙ үҫешә, ул алға бара. Бынан тыш, санкциялар, тышҡы баҫым шарттарында  берҙәмлекте күрһәтергә тейешбеҙ. Кисә уҙған һайлауҙар быға асыҡ миҫал.

Республика Башлығы һайлау участкаларында йәштәрҙең күп булыуын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Кисә участкаларҙа йәштәр күп булды. Был, әлбиттә, ҡыуандыра, сөнки йәштәр ижтимағи процестарға әүҙем ҡушыла. Был бөтә яҡтан да яҡшы, – тине республика етәксеһе. – Ҡәҙерле йәш һайлаусылар, был акцияларҙың йәш ҡатнашыусылары, гражданлыҡ үҙаңды күрһәтеүегеҙ, Рәсәй Федерацияһы Президентын хуплағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter