Обычный вид

Яңылыҡтар

19.03.2018 12:53:00

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда һайлауҙар йәмғиәттең берҙәм булыуын күрһәтте»

19 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙары һөҙөмтәләре буйынса брифинг уҙғарҙы.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй Президентын һайлау йәмғиәттең берҙәм булыуын һәм ғәмәлдәге дәүләт башлығы курсын яҡлауҙы күрһәтте.

– Ғәмәлдәге президент Владимир Владимирович Путин бер һүҙһеҙ еңеп сыҡты. Һөҙөмтәләр юғары, республикала – 77,7 процент. Башҡортостанда ҡалалар ҙа, ауыл халҡы ла Владимир Владимировичты, уның сәйәсәтен, һуңғы алты йыл дауамындағы эшмәкәрлеген әүҙем яҡланы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, бындай һөҙөмтәләр власҡа өҫтәмә яуаплылыҡ өҫтәй. Халыҡ властың йыйылған мәсьәләләрҙең сиселеүен дауам итеүен теләй. Граждандарҙың талаптары кәмемәй. Унан да бигерәк, улар күп һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән арта ғына бара.

Илдә халыҡтың 67 проценттан ашыуы һайлауҙа ҡатнашҡан, был – бөтә властың, йәмәғәтселектең, сәйәси партияларҙың ҙур эш һөҙөмтәһе ул, тип билдәләне республика Башлығы.

Һайлау барышында республикала етди хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәне, булғандары ла формаль характерҙа ғына, тип хәбәр итте республика етәксеһе.

– Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау барышы буйынса килгән ялыуҙарға әүҙем комментарий бирҙе. Минеңсә, барлыҡ һорауҙарҙы ла асыҡланыҡ. Бөгөнгә тикшерелмәгән бер хәл-ваҡиға ла ҡалманы тиерлек. Ысынында иһә етди хәл-ваҡиғалар булманы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөтәһе лә яҡшы эшләне, тип иҫәпләйбеҙ. Техник яҡтан һайлау комиссиялары тулыһынса тәьмин ителде. Әлбиттә, бөтә кимәлдәрҙә лә аңлатыу эштәре алып барылды. Республикала һайлауҙар ыңғай, ойошҡанлы һәм законлы үтте.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter