Обычный вид

Яңылыҡтар

18.03.2018 12:07:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашты

18 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашты. Республика етәксеһе «Башҡортостан» концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

Төбәк Башлығы «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы барышында Өфөлә төҙөкләндереләсәк ҡала биләмәһе өсөн тауыш биреүҙә лә ҡатнашты.

– Беҙҙең өсөн иң мөһиме – илдең иҡтисади, социаль үҫеше, халыҡтың тейешле йәшәү сифатын тәьмин итеү. Беҙ – илдең һәм республиканың ышаныслы үҫеше өсөн, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, бөгөнгө һайлау бик мөһим. Ил ҡатмарлы осор кисерә. Тышҡы яҡтан баҫым бара. Бер үк ваҡытта беҙ илдең үҫеш өлгөһөн күрһәтергә тейешлеген аңлайбыҙ. Ошо күҙлектән ҡарағанда, һайлауҙа ҡатнашыу бик мөһим. Халҡыбыҙ ил һәм республика яҙмышына битараф булмауын күрһәтергә тейеш. Участкаларҙа тауыш биреү әүҙем үтер ,  улар беҙҙә 3 меңдән ашыу, һайлаусылар күп булыр тип ышанам. Республика халҡы үҫеш, иҡтисад, социаль именлекте хуплар тип уйлайым.

– Һуңғы ваҡытта беҙ Непейцев дендропаркын үҫтереү хаҡында күп һөйләйбеҙ. Миңә был идея оҡшай, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙ Урмансылар паркын төҙөкләндерҙек. Хәҙер сиратта — Непейцев дендропаркы. Мин уның өсөн тауыш бирҙем. Матур объект, ҡала халҡы өсөн ял итеү урыны булырына ышанам.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter