Обычный вид

Яңылыҡтар

13.03.2018 21:12:00

Өфөлә Затон ТЭЦ-ы файҙаланыуға тапшырылды

13 мартта Өфө районының Дмитриевка ҡасабаһында Башҡортостан генерациялау компанияһы филиалы – Затон ТЭЦ-ы файҙаланыуға тапшырылды. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, «Интер РАО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идара рәйесе Борис Ковальчук һәм «Башҡортостан генерациялау компанияһы» генераль директоры Александр Симановский ҡатнашты.

Яңы электр станцияһы 440 мегаватт электр энергияһы һәм сәғәтенә 290 гкал йылылыҡ бүлеп сығарыуға иҫәпләнгән. Ул илдә етештерелгән заманса пар һәм газ ҡоролмаһы менән йыһазландырылған. Яғыулыҡ өсөн тәбиғи газ ҡулланыласаҡ.

2008 йыл аҙағында Затон ТЭЦ-нда төҙөлөш эштәре башланды. Әммә 2010 йылда инвестицияларҙы ҡайтарыу механизмы булмау сәбәпле төҙөлөш эштәре туҡтатыла. Республика етәкселеге һәм «Интер РАО» Төркөмө ТЭЦ-ты төҙөп бөтөр өсөн күп көс һалды. 2014 йыл аҙағында Рәсәй Хөкүмәте менән Үрге Тагил ГРЭС-нан Затон ТЭЦ-на энергия блоктары төҙөлөшөн күсереү хаҡында килешелде. 2015 йылдың июленда төҙөлөш эштәре башланды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter