Обычный вид

Яңылыҡтар

13.03.2018 17:10:00

Рөстәм Хәмитов Агросәнәғәт форумында сығыш яһаны

13 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Агросәнәғәт форумының пленар ултырышында сығыш яһаны. Унда Агросәнәғәт комплексында яңы технологиялар ҡулланыу алымдары тикшерелде.

Ултырыш алдынан республика етәксеһе форум барышында ойошторолған XXVIII «АгроКомплекс» халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмә экспозицияларын ҡарап сыҡты. Унда Рәсәй төбәктәре һәм сит ил компаниялары барлығы 300-ҙән ашыу техника һәм ҡорамалдар тәҡдим итә.

Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы техникаһы, малсылыҡ өсөн етештерелгән заманса ҡорамалдар менән танышты, етештереүселәр менән аграрийҙар өсөн субсидия, лизингты үҫтереү, химик сеймал һатып алыу кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында инвесторҙар ҙа бар. Мәҫәлән, малсылыҡ өсөн ҡорамалдар етештереүсе Чехияның Farmtec компанияһы республика аграрийҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында белдерҙе.

— Беҙҙе продукция сифаты һәм хаҡы ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ ҡорамалдарҙың ҡайһы бер өлөшөн республикала етештереү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Уның арҡаһында хаҡын да түбәнәйтергә мөмкин, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әйҙәгеҙ был йүнәлештә эште башлайыҡ, бәлки предприятие төҙөй алырбыҙ. Баҙар беҙҙә киң. Күрше төбәктәр сифатлы ҡорамалдарға мохтаж.

Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы төбәк агросәнәғәт тармағын үҫтереү юлдары менән таныштырҙы.  Мәҫәлән, республикала ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу буйынса әүҙем эш башланды.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, барлыҡ илдәрҙә үҫешкән кооперация агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙә мөһим роль уйнарға тейеш.

— Бөгөн Башҡортостан Республикаһында был теманы әүҙем хуплайбыҙ, кооперативтарға ойошторолорға, уларға ҡорамал һатып алырға ярҙам итәбеҙ. Асылда иһә, ярайһы уҡ сығымдар бүләбеҙ – иҫәп йөҙләгән миллион һумға бара, – тине Рөстәм Хәмитов. – 2018 йылда һөт, ит, йөн, емеш-еләк эшкәртеү өсөн ҡорамалдар һатып алынасаҡ. Ауылда кешеләр үҙ-үҙҙәрен эш менән тәьмин итәсәк.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан өсөн кооперация үҫеше айырыуса көнүҙәк.

— Беҙҙә халыҡтың 38 проценты ауыл ерендә йәшәй. Хеҙмәт етештереүсәнлеге артыу, эшсе ҡулдар бушау сәбәпле уларҙы эшмәкәрлеккә йәлеп итергә кәрәк. Үҙҙәрен туйындырыу һәм эш хаҡы өсөн күп кенә ошондай бушаған кешеләр төньяҡҡа, вахтаға китеүе сер түгел. Граждандарҙы үҙебеҙҙә ҡалдырырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең был юҫыҡта яҡшы ғына һөҙөмтәләр бар, әүҙемлек һиҙелә. Башҡортостан Республикаһында 54 муниципаль берәмек, туғыҙ ҡала округы. Бөтә ерҙә тиерлек ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу буйынса әүҙем эш башланды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter