Обычный вид

Яңылыҡтар

12.03.2018 16:45:00

«КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин менән эшлекле осрашыу

12 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин менән осрашты. Яҡтар автомобиль концернының Нефтекамала һәм Туймазыла урынлашҡан предприятиеларҙың үҫеш, шулай уҡ троллейбустар, тағылма техника етештереү өлкәһендәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

— Беҙ һеҙҙең менән күптәнге партнёрҙар. «КАМАЗ» республикала – Нефтекамала һәм Туймазыла урынлашҡан предприятиеларҙа күпте етештерә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Продукция төрлөлөгөнөң киңәйеүен, етештереү күләменең үҫеүен күрәбеҙ, мәшғүллек арта, яңы технологиялар индерелә. Дөйөм алғанда, был беҙҙе оптимистик яҡҡа йүнәлтә.

— Башҡортостан – беҙҙең икенсе Ватаныбыҙ ул. Яр Саллыла төп завод комплексы урынлашҡаны. Әммә ҙурлығы буйынса Нефтекамалағы предприятие заводтар комплексында тәүге баҫҡыстарға сыға, – тип билдәләне Сергей Когогин. – Хәҙер беҙҙең өсөн төп тема – хеҙмәт етештереүсәнлеген, продукция сығарыу күләмен арттырыу.

«КАМАЗ» етәксеһе әйтеүенсә, Туймазылағы бетон ташыусы машиналар заводына, асылда Рәсәйҙә ошо продукция баҙарының 80 проценты ҡарай. Шуның менән бергә илдә төҙөлөш баҙары ярайһы уҡ үҙгәрештәр кисерҙе һәм элекке бетон бутағыстарҙы һатыу күләмен кире ҡайтарып булмай. Шуға әлеге ваҡытта һүҙ етештереүҙе диверсификациялау хаҡында бара.

— Беҙ унда яңы продукт менән инәбеҙ. Ул Туймазыла етештереү күләмдәрен өс-дүрт тапҡыр арттырырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта һанды үҙгәртергә йыйынмайбыҙ тиерлек, бер аҙға ғына артым буласаҡ, – тип билдәләне «КАМАЗ» йәмғиәтенең генераль директоры. – Һүҙ яңы етештереү, уны автоматлаштырыуға етди инвестициялар, персоналды уҡытыу һәм баҙарға тағылма техника өлкәһендәге яңы продуктты сығарыу тураһында бара. Беҙ уны эшләргә йыйынабыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter