Обычный вид

Яңылыҡтар

08.03.2018 08:35:00

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлау

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙҙе 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Ошо һоҡланғыс яҙғы байрам беҙҙе айырыуса йылылыҡ, шатлыҡ һәм изге тойғолар менән һуғара. Тап һеҙ тормошобоҙға һөйөү һәм гүзәллек килтерәһегеҙ, уны йылытаһығыҙ, йәмләйһегеҙ. Өйҙәге мәшәҡәттәрегеҙҙә ял юҡ, хатта байрамығыҙҙа ла һеҙ ғаиләгеҙҙе, беҙҙе йылылыҡ һәм иғтибар менән сорнайһығыҙ. 

Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән илдең һәм республиканың үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ, юғары һөнәри бейеклектәргә үрләйһегеҙ, йәмәғәт эштәрендә уңыш ҡаҙанаһығыҙ. Беҙ ошо әүҙемлекте йорт мәшәҡәттәре, балалар тәрбиәләү менән уңышлы берләштереүегеҙгә һоҡланабыҙ.

Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылында әсәлеккә һәм балалыҡҡа айырым иғтибар биреләсәк. Балаларығыҙ уңыштары һәм яңы ҡаҙаныштары менән ҡыуандырһын, ғаиләгеҙҙә тыныслыҡ һәм муллыҡ тантана итһен. Һеҙгә һаулыҡ, именлек, эшегеҙҙә уңыштар, яҡындарығыҙға бәхет теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter