Обычный вид

Яңылыҡтар

09.03.2018 12:16:00

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Алексей Анисимов менән эшлекле осрашыу

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Алексей Анисимов менән осрашты. Унда республикала граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдим-проекттар, уларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән үҙ-ара хеҙмәттәшлек юлдары  тикшерелде.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, мәсьәләләр – уртаҡ: ике яҡ та халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн  эшләй. Осрашыуҙа айырым бер кешене түгел, ә халыҡтың тормош кимәлен түбәнәйтеүгә юл ҡуйылыуын тәнҡитләргә кәрәклеге лә билдәләнде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter