Обычный вид

Яңылыҡтар

06.03.2018 17:19:00

Благовещен районына эш сәфәре

6 мартта Благовещен районына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов социаль һәм инфраструктура объекттарында булды, Рәсәй – Ҡытай илдәре етештергән трактор өлгөләрен ҡараны һәм республика Иҡтисади үҫеш министрлығының коллегия ултырышын үткәрҙе.

***

Благовещенда республика Башлығы 320 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөлөшө менән танышты. Белем биреү усағы Башҡортостандың 100 йыллығына төҙөлгән юбилейлы объекттар исемлегендә.

Өс ҡатлы бинала башланғыс һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн блок, ашхана, тамаша һәм спорт залы ҡаралған. Мәктәп биләмәһендә баскетбол майҙансығы урынлашҡан. Бөгөнгә төҙөлөш-монтаж эштәренең дөйөм хаҡы 230 млн һум тәшкил итә.

Рөстәм Хәмитов бүлмәләрҙе ҡараны һәм төҙөүселәргә булған етешһеҙлектәрҙе юҡҡа сығарырға күрһәтмә бирҙе.

Подрядсы ойошма вәкилдәре әйтеүенсә, төҙөлөш эштәре алдағы айҙарҙа тамамланасаҡ һәм объект муниципалитет ҡарамағына тапшырыласаҡ. 1 сентябрҙә белем усағы үҙ ишектәрен асасаҡ.

***

СИБУР ярҙамында Благовещенда «Кванториум» балалар технопаркы ойошторолдо.

«Нанокванториум» һәм «Hi-tech цех» майҙансыҡтарында уҡыусылар прототиплау,  лазер технологияһын ҡулланыу буйынса белемен камиллаштыра. Нефть һәм химия өлкәһендә етештереү мәсьәләләренә төшөнә.

Технопаркта балалар  өсөн виртуаль китапхана, аттракцион һәм ЗD-кинотеатр булдырылған. Бында  «Завод төҙөлөшө», «Лаборатория» һәм «Йәшел биләмә» йүнәлештәренән торған «Һөнәрҙәр ҡалаһы» асылған. Уҡыусылар өсөн ысынбарлыҡ төҙөлөш нигеҙҙәре буйынса белем ала һәм Ҡыҙыл китапҡа ингән хайуандарҙың йәшәү рәүешен өйрәнә. Бынан тыш, технопаркта «Квантомузей» эшләй.

Башҡортостан Башлығы «Кванториум» майҙансыҡтары эшмәкәрлеге менән танышты, балалар менән аралашты, ҡорамалдар ҡулланышы менән ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Хәмитов ҡулланған материалдарҙы ил предприятиеларында етештерергә тәҡдим итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Кванториум» балалар технопарктары Рәсәй Президенты Владимир Путин күрһәтмәһе буйынса, шулай  уҡ Рәсәйҙең Фән һәм мәғариф министрлығының «Балалар өсөн өҫтәмә белем биреү» өҫтөнлөклө проектына ярашлы илдең барлыҡ төбәктәрендә ойошторола. Әлеге ваҡытта кванториумдар илдең 36 төбәгендә асылған. Башҡортостанда Өфөлә һәм Благовещенда ике технопарк эшләй. Быйыл тағы ла бер майҙансыҡ Республика балалар белем биреү технопаркында асыла.

***

Район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙансыҡта Рөстәм Хәмитовҡа «Чжифан» тракторҙарын күрһәттеләр. Улар муниципалитет биләмәһендә етештереләсәк. Предприятие вәкилдәре төрлө ҡеүәтле дүрт трактор өлгөһө менән таныштырҙы һәм Благовещен районында трактор заводын төҙөү пландары хаҡында һөйләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter