Обычный вид

Яңылыҡтар

02.03.2018 15:25:00

Рөстәм Хәмитов Данил Лысенконы еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында еңеүе менән ҡотланы

2 мартта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бейеклеккә һикереү буйынса еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яулаған Рәсәй спортсыһы, Бөрө егете Данил Лысенкоға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.

Унда былай тиелә:

«Хөрмәтле Данил Сергеевич!

Бирменгемда еңел атлетика буйынса ҡышҡы донъя чемпионатында бейеклеккә һикереүҙә алтын миҙал яулауығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙең еңеү  – Башҡортостандың еңел атлеттары өсөн юғары ҡаҙаныш. Был Рәсәй спорты өсөн бик мөһим. Беҙ уңыштарығыҙ менән ғорурланабыҙ. Ошо миҙал юғары кимәлдәге ярыштарҙа яңы еңеүҙәргә алып килһен.

Һеҙгә һәм тренерығыҙ Евгений Петрович Загорулькоға ныҡлы һаулыҡ, именлек, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың спорт данын арттырыуҙа уңыштар теләйем!»

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 мартта бейеклеккә һикереү буйынса ярыштарҙың финалында Данил Лысенко алтын миҙал яуланы. Былтыр Бөрө спортсыһы Лондондағы донъя чемпионатында икенсе урынға лайыҡ булды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter