Обычный вид

Яңылыҡтар

20.02.2018 18:06:00

Альфа-Банктың Директорҙар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Сысуев менән эшлекле осрашыу

20 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Альфа-Групп» консорциумы Күҙәтеү советы ағзаһы, «Альфа-Банк» акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Сысуев менән осрашты.

Осрашыуҙа Альфа-банк вице-президенты Владимир Соболев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, республиканың финанс министры Рида Собханғолова, Рәсәй банкы Урал баш идаралығының Башҡортостан буйынса Милли банкы – бүлексә идарасыһы Марат Кашапов һәм «Башҡортостан» операциялар офисы идарасыһы Виктор Шумилов ҡатнашты.

Яҡтар Альфа-Банк, X5 Retail Group, «Росводоканал» һәм башҡа компаниялар ингән «Альфа-Групп» консорциумы менән төбәктең хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен, уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

— Республика Башлығы беҙгә төбәктең иҡтисади хәле хаҡында һөйләне. Беҙ бөтә йүнәлештәр буйынса баҙарҙы нисек күҙ алдына килтереүебеҙ тураһында уртаҡлаштыҡ, – тип хәбәр итте Олег Сысуев осрашыуҙан һуң. – Беҙ инфраструктура проекттарында, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, бюджет өлкәһе, ваҡлап һатыу менән бәйле проекттарҙа хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен өйрәндек.

Әңгәмәлә урындағы тауар етештереүселәргә булышлыҡ итеү темаһы ла күтәрелде.

— Республика Башлығы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн хәүеф менән бәйле ваҡлап һатыу баҙарын монополиялаштырыуға борсолоуын белдерҙе, – тине Олег Сысуев. – Уның белдереүҙәрен аңлайбыҙ һәм урындағы етештереүселәргә, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа беҙҙең менән бергә эштә ярҙам итеү мөмкинлектәрен мотлаҡ ҡарарға һөйләштек.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter