Обычный вид

Яңылыҡтар

16.02.2018 20:29:00

Башҡортостан делегацияһы «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумында эшен тамамланы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумында эшен тамамланы.

Форум барышында республика Владимир өлкәһе, «Росконгрес» Фонды һәм Рәсәй юристары Ассоциацияһы, Милли конгресс-бюроһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә, шулай уҡ Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Внешэкономбанк менән үҙ-ара эш итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы.

Төбәк Хөкүмәте Благовещен ҡалаһында трактор завод төҙөү буйынса «Чжифан» компанияһы менән килешеү төҙөнө.

Бынан тыш, форум һөҙөмтәләре буйынса 63,5 млрд һумға инвестиция йәлеп итеү буйынса документҡа ҡул ҡуйылған. Улар ауыл хужалығы, экология һәм төҙөлөш өлкәләрендә проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең яңы резиденты Башҡортостан инновациялы нефть һәм газ ҡорамалдарының заводы менән килешеү төҙөнө.

Форумда ВТБ банкы, Мәскәү кредит банкы һәм Рәсәй Хөкүмәте янындағы Аналитик үҙәк етәкселеге менән һөйләшеүҙәр үтте.

Рөстәм Хәмитов форумдың пленар ултырышында һәм Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк башлыҡтары менән осрашыуында ҡатнашты, шулай уҡ төбәк моноҡалаһында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһен булдырыу тураһында доклад менән сығыш яһаны.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter