Обычный вид

Яңылыҡтар

16.02.2018 13:27:00

Башҡортостан Хөкүмәте, Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Внешэкономбанк араһында үҙ-ара эш итеү тураһындағы Меморандумға ҡул ҡуйылды

16 февралдә «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте, Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Внешэкономбанк араһында үҙ-ара эш итеү тураһындағы Меморандумға ҡул ҡуйылды.

Документты ҡул тамғалары менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Стратегик башланғыстар агентлығы директоры Светлана Чупшева һәм ВЭБ рәйесе Сергей Горьков нығытты.

Меморандум үҙ-ара  хеҙмәттәшлекте нығытыуға һәм үҫтереүгә, инвестиция эшмәкәрлеген көсәйтеүгә йүнәлтелгән.

Документҡа ярашлы, яҡтар Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә бәйле мәсьәләләрҙе үҙ-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә хәл итергә, үҫеш институттары ҡатнашлығында төбәктең иҡтисади, сәнәғәт һәм экспорт ҡеүәтен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter