Обычный вид

Яңылыҡтар

15.02.2018 23:23:00

Башҡортостан Республикаһы менән Владимир өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

15 февралдә «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Владимир өлкәһе губернаторы Светлана Орлова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Владимир өлкәһе хакимиәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

 Биш йылға иҫәпләнгән документ ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Килешеүгә ярашлы, төбәктәр сауҙа, инвестициялар, ауыл хужалығы, урман сәнәғәте, фән, юғары технологиялар, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, энергетика, ҡала төҙөлөшө, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экология, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Шулай уҡ закон сығарыу, дәүләт милли һәм йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, хеҙмәт мөнәсәбәттәре һәм социаль сәйәсәт, мәғлүмәтләштереү һәм элемтә, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу күҙ уңында тотола.

 – Беҙ яҡшы мөнәсәбәттә, командалар эшләй, беҙ һәр саҡ мәғлүмәттәр менән алмашабыҙ. Станоктар, машиналар төҙөү, дарыуҙар, ҡорамалдар етештереү йәһәтенән үҫешкәнбеҙ, – тине Светлана Орлова. – Мин етәксегегеҙҙе бик хөрмәт итәм, сөнки бер-беребеҙҙе күптән беләбеҙ, федераль кимәлдә лә бергә эшләнек. Мин уға ышанам. Байтаҡ мәсьәләләр буйынса ул миңә остаз кеүек тип иҫәпләйем, кәңәштәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалам.

 – Ысынлап та, беҙ бер-беребеҙгә бик кәрәк, һәм, һис шикһеҙ, беҙҙең төбәктәр яҡын һәм тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итергә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бер илдә йәшәйбеҙ, ләкин Рәсәй Федерацияһы төбәкәтәренең мөмкинлектәрен белеп бөтмәйбеҙ. Ошондай килешеүҙәр, үҙ-ара эш итеүҙәр аша үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр һәм яңы мәғлүмәт алабыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter