Обычный вид

Яңылыҡтар

15.02.2018 11:35:00

Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумында ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумында ҡатнаша.

Республика етәксеһе форумдың «Төбәктәргә инвестициялар – киләсәккә инвестициялар» исемле пленар ултырышында һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк башлыҡтары менән осрашыуында ҡатнаша. Шулай уҡ ул моноҡалаларҙа йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу темаһына доклад менән сығыш яһай.

Форум барышында ҡеүәтле компаниялар һәм сәнәғәт предприятиелары менән инвестиция килешеүҙәргә, шулай уҡ ил төбәктәре һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡаралған.

Делегация эшлекле осрашыуҙар, төбәктәрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү, ил төбәктәренең инвестиция мөхитен яҡшыртыу, төбәк ҡаҙнаһын булдырыу, дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын ҡулланыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү кеүек мәсьәләләргә арналған  түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашасаҡ.

Форумда Башҡортостан төбәктең иҡтисади үҫешенә арналған экспозиция тәҡдим итә.

Белешмә өсөн:

Рәсәйҙең «Сочи» инвестиция форумы – ил төбәктәренең инвестиция мөмкинлектәрен үҫтереү өсөн майҙансыҡ булып һанала. Форум Рәсәй Хөкүмәте ярҙамында йыл һайын уҙғарыла.

Быйылғы форумдың төп темаһы – «Киләсәк образын формалаштырыу». Программа «Яңы төбәк сәйәсәте: идара итеүҙе камиллаштырыу», «Төбәктәрҙә эшҡыуарлыҡ. Яңы импульс өҫтәү» һәм «Йәшәү сифатын яҡшыртыу» тигән өс блоктан тора. Ғәҙәттәгесә, форумда федераль власть органдары етәкселәре, төбәк башлыҡтары, ҙур компания вәкилдәре, билдәле белгестәр ҡатнаша.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter