Обычный вид

Яңылыҡтар

02.02.2018 17:48:00

Туймазы районына эш сәфәре

2 февралдә Туймазы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов инфраструктур, етештереү, социаль һәм спорт объекттарын ҡараны, шулай уҡ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу юлдарын тикшерҙе.

***

Ҡандрала Рөстәм Хәмитов райондарҙың йылытыу ҡоролма системаларын яңыртыу проекты сиктәрендә төҙөлгәня яңы ҡаҙанлыҡты ҡараны.

«Туймазы йылылыҡ селтәре» ойошмаһы директоры Альберт Вәлиәхмәтов әйтеүенсә, 1980 йылдарҙа төҙөлгән объект күп сығым талап иткән һәм заман талаптарына яуап бирмәгән.

2017 йылда эшләй башлаған ҡаҙанлыҡтың ҡеүәте 33 МВт. Ул зәңгәр яғыулыҡты аҙыраҡ ҡуллана, өҫтәүенә, хеҙмәтләндереүҙә лә отошло һәм 12 мең кешене йылылыҡ һәм электр уты менән тәьмин итә. Уның дөйөм хаҡы – 116 млн һум. Бынан тыш, дүрт ай эсендә генә ул 5 млн һум экономияларға ярҙам иткән.

Рөстәм Хәмитов республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин һәм район етәкселеге менән төбәктең йылытыу системаларын модернизациялау буйынса фекер алышты. Күпселек инженер объекттар 1950-60-сы йылдарҙа төҙөлгән һөм яңыртыуҙы талап итә. Ҡандранан тыш, яңы ҡаҙанлыҡ Серафимовка ауылында сафҡа индерелгән. Туймазыла ике ҡаҙанлыҡ төҙөлә һәм инженер селтәрҙәре алмаштырыла.

***

Ҡандрала республика Башлығы заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө барышы менән танышты. Дөйөм майҙаны 4 мең квадрат метр самаһы тәшкил иткән объекттың хаҡы 138 млн һум. Уны төҙөү 2016 йылда башланды. Спорт һарайында ике бассейн, спорт һәм тренажер залдары, аэробика менән шөғөлләнеү өсөн махсус бүлмәләр ҡаралған.

***

Ошонда уҡ Рөстәм Хәмитов төҙөкләндереү талап иткән «Юбилейный» спорт һәм мәҙәниәт һарайына ла инеп сыҡты. Ике ҡатлы бина 1989 йылда төҙөлгән. 2015 йылда уның ҡыйығы алмаштырылған, ә 2016 йылда инеү урындары тәртипкә килтерелгән.

Әлеге ваҡытта Мәҙәниәт һарайында 14 ансамбль, түңәрәктәр һәм һигеҙ спорт секцияһы, 350 урынға иҫәпләнгән тамаша залы эшләй.

Төбәк Башлығы ауылдың башҡа социаль объекттарҙың торошо менән ҡыҙыҡһынды һәм урындағы етәкселек менән төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу мөмкинлектәре буйынса фекер алышты.

***

Егетәк ауылында республика етәксеһе «Егетәк» ит комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты. Һуңғы йылдарҙа бында технология селтәре камиллаштырыла, сығарылған тауар төрлөләндерелә.  Сеймал урындағы ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙән һатып алына. «Хәләл» стандарты талаптары буйынса ит эшкәртеү цехы мөмкинлектәрен киңәйтеү юлдары ҡарала.

Рөстәм Хәмитов комбинаттың етештереү бүлмәләрен ҡараны, предприятиены үҫтереү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Директор Олег Удников белдереүенсә, планда – һыйыр һәм йылҡы ите һәм продукцияһын һатыу ҡарала.

***

Туймазы ҡалаһында Рөстәм Хәмитов ортопед матрстарын етештереүҙе яйға һалған  «Корона» фабрикаһында булды. 2005 йылда ойошторолған предприятие матрас етештереү өсөн заманса ҡоролма менән йыһазландырылған ҡеүәтле сәнәғәт комплексы иҫәбендә. Фабрикала төрлө ҡатлам һатып алыусыларына тәғәйенләнгән 50 төр продукция сығарыла.

Республика Башлығы етештереү линияһы менән танышты, әҙер продукцияны һәм магазинды ҡараны. «Корона» директоры Рәмил Мәмләев әйтеүенсә, тауар Башҡортостандан тыш, күрше төбәктәр – Татарстан, Ырымбур өлкәһенә һатыла.

–  Һеҙ – тәжрибәле етештереүселәр, ләкин күләмде арттырырға кәрәк. Икенсе кимәлгә сығырға ваҡыт. Кәрәк булһа, ярҙам итергә әҙербеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов һәм Төбәк лизинг компанияһы мөмкинлектәрен файҙаланырға саҡырҙы.

***

Эшлекле сәфәр ваҡытында республика Башлығы йәшелсә һәм емештәрҙе эшкәртеү менән шөғөлләнгән «ТуймазыФрут» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды.

Компанияның йәшелсә һаҡлағыстары 2 мең тоннаға иҫәпләнгән. Сеймал Туймазы, Шишмә, Бүздәк, Шаран, Өфө райондарынан һатып алына. Артабан тауар Өфө, Октябрьский, Туймазы, Яр Саллы ҡалаларының бюджет ойошмаларына һәм ваҡлап һатыу селтәрҙәренә оҙатыла.

Рөстәм Хәмитов йәшелсәләрҙе һаҡлау, йыуыу һәм эшкәртеү бүлмәләрен ҡараны, предприятиеның мөмкинлектәре һәм киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды. «ТуймазыФрут» компанияһы етәкселеге географияны киңәйтеү пландары менән уртаҡлашты.

***

Республика етәксеһе «Туймазы-Арена» универсаль спорт комплексының әҙерлеген һәм башҡарылған эштәрҙен сифатын баһаланы. Тиҙҙән уның икенсе сираты сафҡа инәсәк.

Уның дөйөм майҙаны 4 423 квадрат метр. Объекттынң хаҡы 199,6 млн һум.  Боҙ аренаһының тәүге сираты 2013 йылда файҙаланыуға тапшырылды. Спорт комплексында әле үк төрлө түңәрәктәр һәм секциялар эшләп килә.

 «Туймазы-Арена»ла көн һайын 700-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Былтыр спорт комплексҡа күренекле спортсы һәм тренер, спорт комментаторы Сергей Ғимаев исеме бирелде.

Рөстәм Хәмитов спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре менән аралашты, уларға яңы еңеүҙәр һәм уңыштар теләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter