Обычный вид

Яңылыҡтар

30.01.2018 17:53:00

Росатом проекты етәксеһе Владимир Арженцов менән эшлекле осрашыу

30 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Росатом» атом энергияһы буйынса дәүләт корпорацияһының проект етәксеһе Владимир Арженцов менән осрашты. Осрашыуҙа төбәктә «Һаҡсыл хөкүмәт» һәм «Һаҡсыл поликлиника» проекттарын тормошҡа ашырыу юлдары тикшерелде.

Шулай уҡ осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.

«Һаҡсыл хөкүмәт» проекты һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы юҡҡа сығарыу, һаҡсыл етештереү мәҙәниәтен булдырыу һәм башҡарма власть органдарында эш һөҙөмтәлелеген артырыу нигеҙендә етештереү процестарын ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта проект биш төбәктә – Адыгея Республикаһында, Киров һәм Рязань өлкәләрендә, Ханты-Манси автономия округында, Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһында бойомға ашырыла.

— Был йүнәлештә эшләйәсәк структураларға аныҡ тәҡдимдәр бар. Ошо проектты тормошҡа ашырыу менән беҙ Башҡортостан Республикаһында идара итеү системаһын камиллаштырыуҙың яңы юлына сығырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. –  Бөгөн республикаға ҡараған бер төркөм хөкүмәт, муниципаль структуралар, предприятиелар күбеһенсә хис-тойғоларҙа, системаһыҙ, иҫкесә эшләй. Ә «Һаҡсыл хөкүмәт» барыһын да системаға килтерергә һәм яңы һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итәсәк. Шуға күрә был юҫыҡта тырышып эшләрбеҙ.

«Һаҡсыл поликлиника» проекты дауалау-иҫкәртеү учреждениеларының эш һөҙөмтәлелеген һәм медицина ярҙамы менән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән. Ул сираттарҙы ҡыҫҡартырға, анализ тапшырыуҙы һәм уны тикшереүҙе тиҙләтергә, терапевҡа яҙылыуҙы ябайлаштырырға һәм шул уҡ ресурстарҙа тағы ла күберәк пациенттар ҡабул итергә шарттар булдырасаҡ.

2017 йылдың октябренән проектта республиканың дүрт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы – Өфөләге 32-се поликлиника, 4-се балалар поликлиникаһы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы һәм Күмертау ҡала дауаханаһы ҡатнаша.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter