Обычный вид

Яңылыҡтар

25.01.2018 21:56:00

Рөстәм Хәмитов юғары уҡыу йорттары студенттарын Рәсәй студенттары көнө менән ҡотланы

25 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының икенсе корпусы алдындағы майҙанда уҙған «Беҙ – бер бөтөн» байрамында ҡатнашты һәм республиканың юғары уҡыу йорттары студенттарын Рәсәй студенттары көнө менән ҡотланы.

– Республикала 200 меңдән ашыу студент белем ала, уларҙың 100 меңдән ашыуы – университеттарҙа һәм 100 меңгә яҡыны – урта махсус уҡыу йорттарында. Был – аҡыллы, алдынғы, һәләтле йәштәр отряды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Яҡшы университет, бынамын тигән уҡытыусылар коллективы, бик шәп профессура – белем алыу, киләсәктә хеҙмәт эшмәкәрлегендә яҡшы урын алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.

Республика етәксеһе студенттарға уҡыуҙарында, йәмәғәт эшмәкәрлектәрендә уңыштар теләп, уларға ошо көндәрҙә Башҡортостостанда эш сәфәре менән булып киткән Рәсәй Президенты Владимир Путиндан сәләм еткерҙе.

Студенттар байрамы барышында «365 изге эш» акцияһы үтте. Ул университет ирекмәндәренең көн һайын социаль әһәмиәтле саралар уҙғарыуын күҙ уңында тота. Сарала ҡатнашыусылар «изге эштәр иҫәпләгесе»нең символик төймәһенә баҫып, Ирекмән йылын асты.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында Рөстәм Хәмитов вуз студенттарының проекттары, студенттар һәм ирекмәндәр берләшмәләренең эше, ғилми-тикшеренеү эшен ойоштороу менән дә танышты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter