Обычный вид

Яңылыҡтар

24.01.2018 23:06:00

Рөстәм Хәмитов оборона-сәнәғәт комплексын диверсификациялау мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты

24 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Берләшкән двигателдәр төҙөү корпорацияһы – Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда оборона-сәнәғәт комплексы ойошмалары тарафынан граждандар өсөн юғары технологиялы продукция етештереүҙе арттырыу мәсьәләләре ҡаралды.  

– Әле цехтарҙа булдым, етештереүҙең нисек ойошторолғанын, һатып алынған яңы ҡоролмаларҙың, кешеләрҙең нисек эшләгәнен ҡараным. Дөрөҫөн әйткәндә – минеңсә, һеҙ ҙә килешерһегеҙ, бындай кимәлдәге етештереүҙе ойоштора алыуыбыҙға ышанырлыҡ түгел, – тине Президент. – Киләсәктә Оборона министрлығы тарафынан заказдарҙың кәмеүе һөҙөмтәһендә улар ситтә ҡалырға  тейеш түгел. Уның сифатын һәм конкурентлығын юғалтмай граждандар продукцияһына күсеүҙе хәл итергә тейешбеҙ.

Владимир Путин билдәләүенсә, стратегик мәсьәләләрҙең береһе – 2025 йылға граждандар продукцияһы күләмен 30 процентҡа, ә 2030 йылға – 50 процентҡа тиклем күтәрелергә тейеш.

Кәңәшмәлә оборона предприятиеларының өҫтөнлөклө йүнәлештәре һәм механизмдары, шулай уҡ тотороҡло үҫеш юлдары ҡаралды. 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter