Обычный вид

Яңылыҡтар

23.01.2018 10:17:00

Башҡортостанда Нестеров премияһының тәүге лауреаттары иғлан ителде

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Наградаға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Фирдант Нуриәхмәтов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Николай Калинушкин (вафат булғандан һуң) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Михаил Васильевич Нестеров һәйкәле авторы Владимир Лобанов лайыҡ булды.

Белешмә өсөн:

Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә М.В.Нестеров исемендәге дәүләт премияһы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән булдырылды. Премия күренекле һынлы сәнғәт әҫәрҙәре төшөргән, шулай уҡ сәнғәт теорияһы һәм тарихы, художестволы тәнҡит өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Уның күләме 500 мең һум тәшкил итә.

2017 йылда конкурста ҡаташыр өсөн 150 ғариза ҡабул ителгән. Һайлап алыу турын республикала  билдәле 27 рәссамдың һәм дүрт алдынғы сәнғәт белгесенең графика, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, скульптура һәм әҙәбиәт әҫәре уңышлы үткән. Был эштәр декабрҙә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Йолалар һәм рухилыҡ» республика тематик күргәҙмә-конкурсы экспозицияһында тәҡдим ителде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter