Обычный вид

Яңылыҡтар

12.01.2018 19:44:00

Рөстәм Хәмитов прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

12 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Республика етәксеһе Башҡортостандың прокуратура коллективын һөнәри байрам менән ҡотланы һәм республиканың дәүләт наградаһын тапшырҙы. Республика прокуратураһын 1989-1995 йылдарҙа етәкләгән икенсе класс дәүләт юстиция советнигы Владимир Кадонцев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

— Законды, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙа намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт, – тине Рөстәм Хәмитов. – Көндәлек эшегеҙ менән йәмәғәт тотороҡлоғон, дәүләт граждандарының конституция хоҡуҡтарын яҡлаҙа һәм уларҙың ышаныслылығын нығытыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ.

Республика прокуратураһы алдындағы бурыстар иҫәбендә Башҡортостан Башлығы енәйәт һәм коррупция менән көрәште, енәйәти суд эштәрен башҡарыу, граждандарҙың хеҙмәт, социаль, торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау кеүек өлкәләрҙә закондың үтәлешен күҙәтеүҙе әйтеп үтте. Уның һүҙҙәренсә, бизнесҡа административ баҫымды кәметеү буйынса эште дауам итеү мөһим.

— Мөһим дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙа, ҙур бурыстарҙы үтәүҙә булған уңыштар прокуратура органдарының һөҙөмтәле эшенән тыш, бөтә өлкәләрҙә юғары башҡарыу дисциплинаһын тәьмин итмәй, хоҡуҡ нормаларын мотлаҡ үтәмәй мөмкин түгел. Артабан да һеҙҙең ярҙамға, законһыҙлыҡ күренештәрҙе һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙы туҡтатырға әҙер булыуығыҙға иҫәп тотам, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Хеҙмәтегеҙ – бик яуаплы һәм мөһим. Тағы ла ҡабатлайым, прокуратураға таянып, төрлө кимәлдәге власть уңышҡа өлгәшә, алға китә ала. Тик шулай ғына, башҡа варианттар юҡ. Һеҙ эштең бөтә даирәләрендә лә законлыҡты, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итәһегеҙ. Һис шикһеҙ, беҙ быны ҡәҙерләйбеҙ, аңлайбыҙ һәм артабан да бергәләп эшләрбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter