Обычный вид

Яңылыҡтар

07.01.2018 06:38:00

Раштыуа байрамы менән ҡотлау

Хөрмәтле православ диндарҙар!

Йәнә беҙгә шатлыҡ бүләк итеүсе, яҡты хистәр уятыусы, изгелек, мөхәббәт һәм миһырбанлыҡ идеалдары тирәләй беҙҙең йөрәктәрҙе берләштереүсе Раштыуа көндәре килә. Был ҡиммәттәр барлыҡ традицион диндәр өсөн дә уртаҡ булған бай рухи асылыбыҙға алып ҡайта. Күп быуаттар дауамында улар яҡын мөнәсәбәттәр, дуҫлыҡ һәм аңлашыусанлыҡ нигеҙе булып тора.

Шуныһы мөһим – Рус православ сиркәүе, башҡа конфессиялар менән бер рәттән йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙҙәрен һаҡлауға, миһырбанлыҡты үҫтереүгә, йәштәрҙе тәрбиәләүгә, ғаилә институтын, милләт-ара һәм конфессия-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға әүҙем булышлыҡ итә. Бындай ҙур, ижади хеҙмәт оло хөрмәткә һәм яҡлауға лайыҡ.

Ошо яҡты көндә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм барлыҡ изге башланғыстарҙа уңыштар теләйем.

 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter