Обычный вид

Яңылыҡтар

27.12.2017 21:09:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының ултырышында ҡатнашты

27 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктәрҙең инвестиция мөмкинлектәрен арттырыу  мәсьәләләренә арналған Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының ултырышында ҡатнашты.

Ултырышта инвестиция мөхитен яҡшыртыу өлкәһендәге аныҡ тәҡдимдәр тикшерелде, бизнесты алып барыу процедураларын ябайлаштырыуҙың маҡсатлы моделдәрен индереү һөҙөмтәләре ҡаралды.

Ултырышты асып, Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн бизнес асыу һәм уны алып барыу, яңы производстволар асыу, яңы эш урындарын булдырыу, халыҡтың реаль хеҙмәт хаҡын һәм килемен арттырыу, уңайлы шарттар тыуҙырыу төп бурыстар иҫәбендә булыуын белдерҙе.

– Инвестицияларҙы, эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеген үҫтереү – был, һис шикһеҙ, иҡтисади бурыс, иҡтисади үҫештең һәм төбәктәрҙең килемле һалым базаһын нығытыу нигеҙе һәм шулай уҡ сәйәси бурыс, – тине дәүләт башлығы. – Сөнки тап ул реаль ресурстар булдыра, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты, социаль өлкәне үҫтереү, ҡала мөхитен төҙөкләндереү һәм яҡшыртыу программаларын, экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ресурстарҙы арттыра.

Шуның менән бергә, Владимир Путин әйтеүенсә, инвестиция динамикаһында күп нәмә төбәк идара итеү командаларына бәйле.

Рәсәй Президенты эшлекле мөхитте яҡшыртыу системалы ҡараш талап итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Милли эшҡыуарлыҡ башланғысы, Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингын үткәреү һәм бизнесты алып барыу процедураларын ябайлаштырыуҙың маҡсатлы моделдәрен индереү уның төп механизмдары булып тора. Атап әйткәндә, Милли эшҡыуарлыҡ башланғысы һөҙөмтәһендә федераль норматив-хоҡуҡи базаны оптималләштерергә, 50-нән ашыу артыҡ административ процедураларҙы бөтөрөргә мөмкин булды.

Дәүләт башлығы  билдәләүенсә, төбәктәрҙең инвестиция мөмкинлектәрен арттырыуҙың тағы бер күренеше – уларҙың финанс яҡтан тотороҡлоғо.

– Инвесторҙар, бизнес үҙ йөкләмәләрен үтәргә һәләтле, яуаплы, баланслы бюджет сәйәсәтен алып барған, бурысы булмаған төбәктәргә ышана, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Төбәктәрҙең финанс хәлен нығытыу, уларға бурыстарҙы хәл итеү өсөн өҫтәмә ресурстар бүлеү өсөн бюджет кредиттарын реструктуризациялау программаһы эшләй башланы. Владимир Путин фекеренсә, унда тәү сиратта илдең бурыслы төбәктәре ҡатнашырға тейеш.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter