Обычный вид

Яңылыҡтар

26.12.2017 16:14:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

26 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.Ордендар, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән 53 кешенең профессиональ ҡаҙаныштары баһаланды. Улар араһында – төҙөүселәр, энергетиктар, аграрийҙар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, урман хужалығы, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре.

— Һеҙҙе лайыҡлы дәүләт наградалар алыуығыҙ менән ҡотлайым. Артабан да шулай эшләрһегеҙ тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был залда төрлө һөнәр һәм тармаҡ вәкилдәре йыйылған. Әммә һеҙҙе эшегеҙгә ҡарата ижади ҡараш, коллектив һәм республикабыҙ мәнфәғәтенә яҡшы эшмәкәрлек берләштерә. Бындай эш оҙаҡ йылдар дауам итһен ине, әлбиттә.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, киң мәғлүмәт сараларына республиканың ҡаҙаныштары, хеҙмәт кешеләренең уңыштары хаҡында йышыраҡ һөйләргә кәрәк.

— Беҙҙе ҡайһы берҙә кире мәғлүмәт менән «артыҡ туйҙыралар», ә бындай уңыштар йыш ҡына ситтә тороп ҡала. Был дөрөҫ түгел. Бөгөн позитив булдырғандарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеү мөмкинлеге бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Был тормошта иң мөһиме. Хәл-ваҡиғалар таҫмаһы түгел, ә йәмғиәтебеҙ, тормошобоҙ нигеҙе – хеҙмәт, эш.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter